+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2020, 11:54

ПРЕЗИДЕНТ ХӨКҮМӘТКӘ ЯРҘАМ САРАЛАРЫН БАРЛАРҒА ҠУШТЫ.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Хөкүмәт тарафынан элек ҡабул ителгән иҡтисадҡа ярҙам сараларының ваҡыты 1 июлдән ғәмәлдән сығыуы хаҡында иҫкәртте. Рәсәй Хөкүмәте хәҙер ярҙам сараларын яңынан барларға һәм тәҡдим итергә тейеш. Кисә үткәрелгән Хөкүмәт ултырышында Владимир Путин иҡтисадҡа һәм социаль сфераға ярҙам сараларын дауам итергә ҡушты. Владимир Путин: “Беҙгә бөтәһен дә яңынан ҡарарға, баһаларға һәм ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк. Ярҙам сараларының ҡайһыһын ни өсөн, әгәр улар кәрәк булһа, ҡайһылары маҡсатҡа ярашлы, ниндәй өҫтәмә саралар күрергә, тормошҡа ашырыусы программаларҙың ҡайһыһын артабан дауам итергә кәрәклеген асыҡларға тейешбеҙ”, тип билдәләне.

Президент 65 йәштән өлкәндәрҙең күпселек төбәктәрҙә 1 июлгә тиклем эшкә сыҡмаҫҡа тейешлеген әйткәйне. Был хаҡта яңынан уйларға кәрәк. Президент фекеренсә, алда беҙҙе иҡтисадты аяҡҡа баҫтырыу, хеҙмәт баҙарын, тормошто тәьмин итеүҙең ябай булмаған осоро көтә. Владимир Путин белдереүенсә, Хөкүмәт үҙенең алдына ҡуйған бурыстарҙы ғәмәлдә үтәне, иҡтисадҡа һәм кешеләрҙең йәшәйешен тәьмин итеүгә ярҙам итте, Хөкүмәт кешеләргә, айырыуса, балалары булған ғаиләләргә, мәшғүллекте тәьмин итеүгә, бизнесҡа ярҙам күрһәтте.
Фото: kremlin.ru
Читайте нас: