+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2020, 11:55

ВИРУС МЕНӘН КӨРӘШ ДАУАМ ИТӘ. ҮТКӘН ТӘҮЛЕКТӘ РӘСӘЙҘӘ ТАҒЫ ЛА 8246 ЯҢЫ СИРЛЕ ТЕРКӘЛГӘН.

Шулай итеп, сирлеләр һаны 537 меңдән ашып китте. Сирлеләрҙең күпселек өлөшө төбәктәргә тура килә. Сир йоҡтороусыларҙың 34 проценттан ашыуының тышҡы билдәләре тойолмай.Әлеге көндә бөтә донъяла сирләүселәр һанының 8 миллиондан ашып китеүе хаҡында һөйләйҙәр.Шулай уҡ Ҡытайҙан сирлеләр хаҡында ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр ишетелә. Пекиндың бер нисә районында карантин иғлан ителгән. Пекинда һәм Ухань провинцияһында табылған вирустарҙың оҡшашлығы бар, ләкин һуңғыһы, йәғни Пекинда табылғаны, күпкә ҡурҡынысыраҡ, тип билдәләй күҙәтеүселәр.

ВИРУС МЕНӘН КӨРӘШ ДАУАМ ИТӘ.
ҮТКӘН ТӘҮЛЕКТӘ РӘСӘЙҘӘ ТАҒЫ ЛА 8246 ЯҢЫ СИРЛЕ ТЕРКӘЛГӘН.
Шулай итеп, сирлеләр һаны 537 меңдән ашып китте. Сирлеләрҙең күпселек өлөшө төбәктәргә тура килә. Сир йоҡтороусыларҙың 34 проценттан ашыуының тышҡы билдәләре тойолмай.
Әлеге көндә бөтә донъяла сирләүселәр һанының 8 миллиондан ашып китеүе хаҡында һөйләйҙәр.
Шулай уҡ Ҡытайҙан сирлеләр хаҡында ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр ишетелә. Пекиндың бер нисә районында карантин иғлан ителгән. Пекинда һәм Ухань провинцияһында табылған вирустарҙың оҡшашлығы бар, ләкин һуңғыһы, йәғни Пекинда табылғаны, күпкә ҡурҡынысыраҡ, тип билдәләй күҙәтеүселәр.
Башҡортостанға килгәндә, бына сирләүселәр һаны тағы ла артты һәм хәҙер 4486 кеше тәшкил итә.
Кемдәр бирсәткә кейергә теләмәй, улар тыныслана ала. Бөгөндән ул мотлаҡ түгел. Ә битлектәр һаман да ғәмәлдә ҡала.
Башҡортостанда йоғошло сирҙән үлеүселәр һанына асыҡлыҡ индерҙеләр. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йоғошло сирҙән 18 кеше үлгән һәм был һан майҙан бирле үҙгәргәне юҡ. Росстат иһә Башҡортостанда коронавирустан 22 кеше үлде, тип раҫлай. 17 осраҡта вирус үлемгә сәбәпсе булһа, 5 осраҡта коронавирус үлем осрағына йоғонто яһамаған, тип хәбәр итә Росстат.
Читайте нас: