+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2020, 20:56

ӨФӨЛӘ БЫЙЫЛ ЕҢЕҮ ПАРАДЫ БУЛЫРМЫ?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров РБК хәбәрсеһенә биргән интервьюһында 24 июндә Башҡортостанда Еңеү парады үткәреү планлаштырылмауы тураһында белдерҙе:– Беҙ Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында был көндә үтәсәк Парадты күҙ уңында тоттоҡ. Элекке, борон-борон замандарҙағы һымаҡ, дәррәү генә телевизорҙарыбыҙ алдына ултырып, парад ҡараясаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

ӨФӨЛӘ БЫЙЫЛ ЕҢЕҮ ПАРАДЫ БУЛЫРМЫ?
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров РБК хәбәрсеһенә биргән интервьюһында 24 июндә Башҡортостанда Еңеү парады үткәреү планлаштырылмауы тураһында белдерҙе:
– Беҙ Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында был көндә үтәсәк Парадты күҙ уңында тоттоҡ. Элекке, борон-борон замандарҙағы һымаҡ, дәррәү генә телевизорҙарыбыҙ алдына ултырып, парад ҡараясаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
22 июндә киң масштаблы саралар үткәреү күҙаллана. Атап әйткәндә, Өфөнөң Тимер юл вокзалында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә һәйкәл асыласаҡ, унда ҡатнашыу өсөн сикләнгән күләмдә кешеләр – ветерандар ойошмалары, көс структуралары вәкилдәре – саҡырыласаҡ.
Әңгәмә барышында Республика Башлығы 24 июндә ветерандарға урындарҙа шәхси парадтар ойоштороласағын билдәләне.
Фото: видеонан скриншот.
Читайте нас: