-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2020, 13:02

ПУТИНДЫҢ МӘҠӘЛӘҺЕН ЕВРОПАЛА УҠЫЙҘАР.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы АҠШ-тың “The National Interest” журналы өсөн мәҡәлә яҙғайны. Бөгөн ошо уҡ мәҡәлә “Российская газета”ла донъя күрҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы АҠШ-тың “The National Interest” журналы өсөн мәҡәлә яҙғайны. Бөгөн ошо уҡ мәҡәлә “Российская газета”ла донъя күрҙе.
Икенсе бөтә донъя һуғышы хаҡында Көнбайыш илдәрендә барлыҡҡа килгән уйҙырмалар Рәсәй халҡында ризаһыҙлыҡ тойғоһо уятты. Шул сәбәпле, Рәсәй лидеры тарихты яңынан яҙырға маташыусыларға ҡарата әлеге мәҡәләне яҙырға мәжбүр булды. ТАСС мәҡәләнән тезистар әҙерләне. Рәсәй Президенты ниндәй ваҡиғаларға һәм дәлилдәргә таяна? Владимир Путин билдәләүенсә, Советтар Союзы Бөйөк Ватан һуғышында 27 миллион кешеһен юғалтты. СССР һәм Ҡыҙыл Армия фашистик Германияны еңеү өсөн хәл иткес өлөш индерҙе.
СССР-ҙың барлыҡ халыҡтары берҙәмлек күрһәтте, фашистар был берҙәмлекте юҡҡа сығара алманы.
Һуғыштың башланыуы күпмелер күләмдә көслө илдәрҙең яуаплылығына тура килә. Владимир Путин билдәләүенсә, кешелек тарихындағы был фажиғәгә юл ҡуйыуға дәүләт эгоизмы, сәйәси элиталарҙың компромисстан баш тартыуы, уларҙың ҡурҡаҡлығы һәм агрессорҙы тынысландырырға тырышыуы хәл иткес роль уйнаны. Рәсәй Президенты фекеренсә, Көнбайыш илдәре фашистик Германияға Икенсе бөтә донъя һуғышын асырға мөмкинлек бирҙе. 1918 йылдағы Версаль тыныслыҡ килешеүе Германия өсөн ғәҙелһеҙллек символына әйләнде һәм илде Көнбайыш союздаштарына көс еткеһеҙ аҡса түләргә мәжбүр итте. Германияның милли кәмһенеүе реваншистик көстәрҙең күтәрелеүенә булышлыҡ итте.
Президент белдереүенсә, ул осор Советтар Союзының Германияға алдан һөжүм итергә йыйыныуы хаҡында документтар юҡ. Путин Көнбайыш илдәрен һуғышҡа тиклемге һәм һуғыш ваҡытындағы архив документтарын асырға саҡырып мөрәжәғәт итте. Рәсәй бындай хеҙмәттәшлеккә әҙер. Владимир Путин Көнбайыштағы ҡайһы бер сәйәсмәндәрҙең һуғыш йомғаҡтарын яңынан ҡарарға теләүен ҡурҡыныс, тип баһаланы. Бындай ҡараш тупаҫ һәм оятһыҙ рәүештә тыныс йәшәү принциптарына ҡаршы килә.
Рәсәй Президенты илдәрҙе һуғыштан һуңғы халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе һаҡларға һәм үҫтерергә саҡырҙы. Берләшкән милләттәр ойошмаһының биш иле – Рәсәй, АҠШ, Франция, Ҡытай һәм Бөйөк Британия – саммиты союздашлыҡ рухын яңынан нығытыр ине.
Читайте нас: