+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2020, 13:10

СИР МЕНӘН БӘЙЛЕ ХӘЛДӘР ТОТОРОҠЛАНА. БИРҺЕН ХОҘАЙ!

Беҙҙең халыҡтың коронавирус менән бәйле сикләүҙәрҙе һәм тыйыуҙарҙы аңлап, түҙемле ҡабул итеүе һоҡланыуға ғына лайыҡ. Күпселектең урамда битлектәр һәм бирсәткәләр кейеп йөрөүен үҙҙәренә генә түгел, барлыҡ халыҡҡа һаулыҡ теләү, тип аңларға ғына мөмкин.Күптән түгел Республика Башлығы Радий Хәбиров: “Беҙҙең бик һаҡ өмөттәребеҙ аҡлана – сир менән бәйле хәл тотороҡлолана”, – тип белдерҙе. “МИР-24” телеканалына биргән интервьюһында Республика Башлығы: “Беҙ ҡатмарлы осорҙо үткәрҙек. Бер осор карантин тәртибен йомшартҡандан һуң сирләүселәр һаны 100-гә еткәйне, хәҙер – 60-тан артмай”, – тине. А. Василов һүрәте.

Беҙҙең халыҡтың коронавирус менән бәйле сикләүҙәрҙе һәм тыйыуҙарҙы аңлап, түҙемле ҡабул итеүе һоҡланыуға ғына лайыҡ. Күпселектең урамда битлектәр һәм бирсәткәләр кейеп йөрөүен үҙҙәренә генә түгел, барлыҡ халыҡҡа һаулыҡ теләү, тип аңларға ғына мөмкин.
Күптән түгел Республика Башлығы Радий Хәбиров: “Беҙҙең бик һаҡ өмөттәребеҙ аҡлана – сир менән бәйле хәл тотороҡлолана”, – тип белдерҙе. “МИР-24” телеканалына биргән интервьюһында Республика Башлығы: “Беҙ ҡатмарлы осорҙо үткәрҙек. Бер осор карантин тәртибен йомшартҡандан һуң сирләүселәр һаны 100-гә еткәйне, хәҙер – 60-тан артмай”, – тине.
Республика үҙен был һынау алдында лайыҡлы күрһәтте.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус һымаҡ киҫкен хәлдәргә шаҡтай ышаныслы яраҡлашты. Кешеләрҙең һаулығы өсөн көрәш дауам итә.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, сир йоҡтороусыларҙы дауалау өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Әле, мәҫәлән, урындарҙың 60 проценты буш тора.
А. Василов һүрәте.
Читайте нас: