+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2020, 13:26

ТАУЫШ БИРЕҮ КӨНӨНӘ ҺӘР КЕМ ҮҘЕНСӘ ӘҘЕРЛӘНӘ.

Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү көнө яҡынайған һайын йәмғиәттә сәйәси көстәр әүҙемләшә бара. Тауыш биреүҙең ҡыҙыу ял көндәренә тура килеүе халыҡты тауыш биреүҙе алдан хәстәрләргә мәжбүр итә. Күпселек һайлау участкаларына барырға һәм үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә теләй. Ошо аҙнала алдан тауыш биреү мөмкинлеге менән файҙаланырға теләүселәр был мөмкинлекте тормошҡа ашыра башланы ла инде. Үҙәк һайлау комиссияһы белдереүенсә, төрлө яҡҡа ял итергә йыйыныусы миллион ярымдан артыҡ һайлаусы участка комиссияларынан талондар алған.

Гражданлыҡ активлығы ул – халыҡтың йәшәү кимәленең сағылышы ла булап тора. Рәсәй иҡтисадының халыҡ-ара баҙар менән тығыҙ бәйләнештә булыуын берәү ҙә инҡар итмәй. Һиҙгәнһегеҙҙер, ошо аҙнала нефткә хаҡтар артты һәм тотороҡлана башланы. Күргәнһегеҙҙер, автозаправка станцияларында яғыулыҡҡа хаҡтар ҡапыл күтәрелде. Нәфселәре мәңге туймаҫ нефть эшкәртеүселәр һәм уларҙың хужалары “ҡара алтын”дың мискәһенә хаҡтар 100 долларҙан 20-25 долларға төшкәндә бензинға хаҡтарҙы бер тингә лә кәметмәһәләр ҙә, 40 долларға етеү менән, арттырып ебәрҙеләр.
Йоғошло сирҙән йонсоған халыҡҡа тағы шул ғына етмәгәйне.
Ә былай күпселек үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә әҙер. Шул уҡ ваҡытта, йоғошло сир таралыу ҡурҡынысы янаған осорҙа иң яҡшыһы – тауыш биреүҙе алдан хәстәрләү. Йәки үҙ бурысыңды көн элгәре үтәү.
Читайте нас: