+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июнь 2020, 12:10

КОНСТИТУЦИЯҒА ҮҘГӘРЕШТӘР ҠАБУЛ ИТЕЛГӘН ОСРАҠТА ПУТИНДЫҢ ЯҢЫНАН ПРЕЗИДЕНТЛЫҠҠА БАРЫУЫ ИХТИМАЛ.

РФ Конституцияһына төҙәтмәләр ҡабул ителгән осраҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин Президент вазифаһына тағы ла дәғүә итеүенән баш тартмауының ихтималлығын белдерҙе. Күҙәтеүселәр шуға иғтибар итте: быға тиклем Владимир Путин Президентлыҡҡа кандидатураһын күрһәтеү буйынса бер ваҡытта ла алдан хәбәр итмәне. Шулай уҡ Рәсәй Президенты әлегә вариҫ тураһында уйламай, ә күберәк эшләргә кәрәк, тип билдәләне.

1 июлгә тиклем һанаулы ғына көндәр ҡала. Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүгә әҙерлек дауам итә, тауыш биреүгә әҙерлектең төп талаптары һайлаусыларҙың именлеген тәьмин итеү шарттарында яңыса ойоштороласаҡ. Ялдар осорона тура килеү сәбәпле, урындарҙа тауыш биреү өсөн миллион ярымдан ашыу һайлаусы талондар алған. Үҙеңдең гражданлыҡ бурысыңды интернет, почта аша, электрон тауыш биреү ярҙамында үтәргә мөмкин. Әлеге ваҡытта тауыш биреүҙең ирекле һәм демократик шарттарҙа үтеүен күҙәтеү маҡсатында, күҙәтеүселәр төркөмдәре ойошторола.
Конституцияға үҙгәрештәр индереү һәр ил өсөн була торған хәл иҫәпләнә. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, Япония премьер-министры Синдзо Абэ ил конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдим менән сығыш яһаясағын белдерҙе.
Фото: скриншот из видео.
Читайте нас: