РФ Президенты Владимир Путин Башҡортостандан 15 табипты хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләү хаҡында Указға ҡул ҡуйҙы. Наградланыусылар араһында Әҙип Арыҫланов, Сергей Иванов, Гүзәл Кудинова, Евгений Кустов, Наталья Мөхәмәтйәрова, Рауил Шәипов, Рәфис Шакиров, Фәнил Шәмиғолов, Александр Шишигин Пирогов исемендәге ордендар менән бүләкләнде. Наградланыусыларҙы ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!