+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июнь 2020, 14:31

ВЛАДИМИР ПУТИН РӘСӘЙҘЕҢ ТАРҠАЛЫУ АЛДЫНДА ТОРОУЫ ХАҠЫНДА ИҪКӘ ТӨШӨРҘӨ.

“20 йыл элек кенә Рәсәйҙә эшһеҙлек юғары ине, иҡтисад ауыр хәлдә, ә эш хаҡы йылдар буйы түләнмәне, – тип иҫкә төшөрҙө Президент. – Хәҙер Рәсәй бөтөнләй икенсе илгә әйләнде”.

“20 йыл элек кенә Рәсәйҙә эшһеҙлек юғары ине, иҡтисад ауыр хәлдә, ә эш хаҡы йылдар буйы түләнмәне, – тип иҫкә төшөрҙө Президент. – Хәҙер Рәсәй бөтөнләй икенсе илгә әйләнде”.
Йәкшәмбе кис “Рәсәй-1” телеканалында “Рәсәй. Кремль. Путин” программаһында илдең 20 йыллыҡ үҫешенә дәүләт башлығы баһа бирҙе. Халыҡтың 40 проценттан ашыуы фәҡирлектә йәшәне, инфляция йөҙәр процент менән иҫәпләнде. 12 миллиард доллар – алтын, валюта резервтарына 124 миллиард долларҙан алып 145 миллиард долларға тиклем бурыс бар ине.
Бөгөн Рәсәйҙең алтын валюта резервтары 560 миллиард долларҙан артығыраҡ тәшкил итә. Бынан тыш Милли муллыҡ фондында 16 триллион һум аҡса бар. Ошо байлыҡ иҫәбенә һуңғы айҙарҙа социаль түләүҙәр күпкә артты. Аҙ тәьмин ителгәндәр, бәләкәй балалары булғандар, өс йәштән ун алты йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләрҙең һәр береһе унар мең һум өҫтәмә түләүҙәр аласаҡ. Бының өсөн бер нисә триллион һум аҡса ҡаҙнанан бүленгән.
Читайте нас: