+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июнь 2020, 18:06

МӘСЕТТӘР, СИРКӘҮҘӘР, СПОРТ ЗАЛДАРЫ КЕШЕЛӘРҘЕ ҺАҒЫНҒАН.

Республика Башлығы Радий Хәбиров карантин талаптарының үҙгәртелеүе хаҡында иғлан итте. Кисә республикала спорт залдары асылды һәм фитнес клубтар эшләй башланы. 29 июндән халыҡты бассейндар һәм шифаханалар ҡабул итәсәк.

Республика Башлығы Радий Хәбиров карантин талаптарының үҙгәртелеүе хаҡында иғлан итте. Кисә республикала спорт залдары асылды һәм фитнес клубтар эшләй башланы. 29 июндән халыҡты бассейндар һәм шифаханалар ҡабул итәсәк. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ауыр ваҡытты республикабыҙҙың мосолман һәм православ диндәре вәкилдәре, уларҙың етәкселәре аңлап һәм түҙемле ҡабул иткән. Ошо көндәрҙә улар сиркәүҙәрҙе һәм мәсеттәрҙе асыу хаҡында мөрәжәғәт менән сығыш яһаған. Роспотребнадзор үҙ ҡарарын сығарғандан һуң дини ҡорамдарҙың кеше һаны сикләнгән шарттарҙа 29 июндән асылыуҙары көтөлә. Әлегә мәҙәниәт саралары үткәреү, кинотеатр, мунса һәм сауналарҙы асыу, балалар баҡсаларына (дежур төркөмдәрҙән тыш) йөрөү мәсьәләһен хәл итеү иртә тип табылған.
Читайте нас: