+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июнь 2020, 17:27

МӘСКӘҮГӘ – ПАРАДҠА!

Иртәгә Мәскәүҙә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған хәрби парад буласаҡ. Тантаналарға Беларусь, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдова, Тажикстан, Сербия дәүләттәренең башлыҡтары килергә тейеш.

Иртәгә Мәскәүҙә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған хәрби парад буласаҡ. Тантаналарға Беларусь, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдова, Тажикстан, Сербия дәүләттәренең башлыҡтары килергә тейеш. Сербия президенты Вучич менән Үзбәкстан Президенты Мирзиёев иртән үк Мәскәүгә килделәр һәм Рәсәй Президенты Владимир Путин менән һөйләшеүҙәр үткәреп өлгөрҙөләр. Шулай уҡ бөгөн Босния һәм Герцеговинаның Президентлыҡ ағзаһы Милорад Додик көтөлә.
Кремлдә билдәләүҙәренсә, сит илдәрҙең байтаҡ ҡына лидерҙары йыл башында килергә ризалыҡтарын бирһә лә, теге йәки был сикләүҙәр арҡаһында сәфәрҙән баш тартырға мәжбүр булды. Күпселек илдәрҙең вәкидәре хәрби парадта ҡатнашасаҡ.
Читайте нас: