-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июнь 2020, 22:30

ЯҘҒАНДАРЫҒЫҘҘАН ҠАН ТАММАЙМЫ?

Ошо урында бер ҡәләмдәштең ижады иҫкә төштө. Журналистикаға осраҡлы ғына килеп эләккән таныш ғүмер буйы суд, прокуратура һымаҡ структураларҙа эшләү тураһында хыялланды. Ябай ғына сәбәп – белем етмәү – арҡаһында юрфакка үтә алманы. Бер килке, нисектер, суд органдарында матбуғат сәркәтибе булып эшләне һәм, мөмкинлектән файҙаланып, гәзиттәрҙе суд залдарынан береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ мәҡәләләр менән күмә башланы.– Яҙғандарың оҡшаймы? – тип һораным мин унан бер заман.– Беләһеңме, – тип бәхетле йылмайҙы ул, – мин үҙ стихияма индем. Үҙ стихияһына ингән. Үҙе – юморҙы аңлай торған кеше. Мин дә, күпме үкенгәнем бар, ҡайһы ваҡыт телемде тыя белмәйем, юҡҡа ғына рәнйетәм дә ҡуям:– Абзый, һиңә иртәрәк тыуырға булған, – тинем мин уға, – мәҫәлән, 30-сы йылдарҙа. Барыһын да ултыртып бөтөр инең, аҙаҡ үҙеңде лә атып ҡуйырҙар ине, – тинем. Икәүләшеп көлөштөк. Ә был юлы ниндәй мәҡәлә килтергән инде?

Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн Чикатило йөҙгә яҡын ҡатын-ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйған? Ошо көндәрҙә һыу аҫтынан, һигеҙ ай ятҡандан һуң, Артем Мазовтың малайҙары ҡалҡып сыҡты. Үҙеңдең ғәзиз балаларыңды юғалтыуҙан да ҙурыраҡ ҡайғы бармы икән? Әле берәү ҙә атай кешенең малайҙарының ғүмерен ҡыйыуын шик аҫтына ҡуймай, хатта уның тере икәнлегенә ышаныусылар ҙа бар. Мәҫәлән, мине был һорау ҡыҙыҡһындырмай. Сөнки үҙ йәне булған аҡылы теүәл кеше үҙ балаларын бәйләп, һыуға батырмай.
Әйткәндәй, был мәҡәлә – “Һәнәк”тә ошо һигеҙ айҙа әлеге темаға арналған беренсе материал. Беҙгә был хаҡта яҙырға аптыраныу тойғоһо мәжбүр итә. Эйе, иғтибар үҙәгендә булғы килә, конкуренттар алдараҡ өлгөргән, беҙгә тейеш лайктар улар иҫәбендә. Етәкселәр туҙына, һәлкәүлектә ғәйепләй, премиянан мәхрүм итеү менән янай. Ҡайҙа ҡабаланабыҙ, ҡәләмдәштәр? Һеҙҙең өсөн нимә мөһим? Мул лайктар өсөн тейеш премиямы, әллә ир менән ҡатын низағының ҡорбаны булған балаларҙың ғүмереме?
Ошо урында бер ҡәләмдәштең ижады иҫкә төштө. Журналистикаға осраҡлы ғына килеп эләккән таныш ғүмер буйы суд, прокуратура һымаҡ структураларҙа эшләү тураһында хыялланды. Ябай ғына сәбәп – белем етмәү – арҡаһында юрфакка үтә алманы. Бер килке, нисектер, суд органдарында матбуғат сәркәтибе булып эшләне һәм, мөмкинлектән файҙаланып, гәзиттәрҙе суд залдарынан береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ мәҡәләләр менән күмә башланы.
– Яҙғандарың оҡшаймы? – тип һораным мин унан бер заман.
– Беләһеңме, – тип бәхетле йылмайҙы ул, – мин үҙ стихияма индем.
Үҙ стихияһына ингән. Үҙе – юморҙы аңлай торған кеше. Мин дә, күпме үкенгәнем бар, ҡайһы ваҡыт телемде тыя белмәйем, юҡҡа ғына рәнйетәм дә ҡуям:
– Абзый, һиңә иртәрәк тыуырға булған, – тинем мин уға, – мәҫәлән, 30-сы йылдарҙа. Барыһын да ултыртып бөтөр инең, аҙаҡ үҙеңде лә атып ҡуйырҙар ине, – тинем. Икәүләшеп көлөштөк.
Ә был юлы ниндәй мәҡәлә килтергән инде? Таулы-урманлы райондарҙың береһендә бер ҡәбәхәт, кеше тип әйтергә лә тел әйләнмәй, сирләп ятҡан әсәһен көсләгән. Ҡайҙа кешелә шул тиклем яуызлыҡ? Көсләү генә етмәгән, уф, көрәк һабына йәбешкән. Ә ҡәләмдәш – яҙа. Уның яҙыуынан ерәндереп, ауыҙын сәпелдәтеп ҡуйғанын ишеткән һымаҡ тоям. Хәйер, ул яҙып ҡына ҡалмай, теге ҡәбәхәттең артында тора һәм уны өйрәтеп, кәңәш, йүнәлеш биреп торған һымаҡ. Мәҡәләне уҡып сыҡҡас, бәхәсләшеп киттек.
– Ни өсөн был мәҡәләне яҙҙың? – тип һорайым.
– Ул ниндәй һорау? – тип асыуланды ул. – Көн һайын көрәк һабы менән әсәһен көсләмәй берәү ҙә. Мин шуны күрһәтергә, фашларға теләнем.
– Ә һин Чикатилоның ни өсөн ҡорбандарын үлтергәнен беләһеңме? – тип һораным мин унан. Белмәй.
– Әгәр һинең мәҡәләңде уҡығандан һуң психикаһы йомшаҡ берәйһенең ошо енәйәтте ҡабатларға теләге тыуһа? Был бит мәҡәлә түгел, үҙ әсәһен үлтереү буйынса ябай ғына ҡулланма.
Ҡәләмдәш ризалашты. Ни хәл итәһең, матбуғат һүҙенең йоғонтоһо көслө, интернеттың мөмкинлектәре киң. Әгәр үлем осрамаһа, компьютер булмаһа, мониторҙан ҡан тамып тормаһа, уҡымаҫтар, тип ҡурҡаһығыҙмы? Хәҙер шундай гәзит хәбәрселәре ишәйҙе. Улар өсөн үлем, үлтереш, ҡан ҡойош, көсләү булмаһа, яҙғанымды уҡымаҫтар, гонорарҙы түләмәҫтәр, тип икеләнәләрме, мәйет эҙләй башлайҙар. Уны Өфөнән, Өфө эргәһенән, күрше райондарҙан, республика эсендәге биләмәләрҙән эҙләйҙәр. Тапмаһалар, Рәсәй буйлап китәләр һәм табалар. Шул хаҡта яҙғандан һуң, әлбиттә, аҡсанан еҫе килмәйәсәк. Ләкин саҡ ҡына булһа ла икеләнеү тойғоһо тыуырға тейеш.
Ә һеҙ Чикатилоның ни өсөн ҡорбандарын үлтергәнен беләһегеҙме? Белмәйәсәкһегеҙ! Сөнки әле 1990 йылда уҡ, СССР Эске эштәр министрлығының махсус приказы нигеҙендә, был хаҡта яҙыу, аңлатыу тыйылған. Шуны ҡабатларға теләүсе булмаһын өсөн.
Читайте нас: