+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2020, 19:27

ШУНДАЙ ХАТАЛАР! Уның өсөн хатта аталар!

Ҡөрьәндә лә яҙылған, тиҙәр – бәндә хаталарҙан хали (азат) түгел. Хатта мин бында һәр кешенең хаталанырға хаҡы бар, тип аңлайым. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән гәзит-журнал хаталары хаҡында һөйләшеп алырбыҙ. Матбаға сараларында теше төшкән ағайҙар һәм апайҙар үҙҙәренең эшләү дәүерендә хаталар тураһында һөйләй башлаһалар, әллә күпме миҫалдар килтерергә булыр ине. Аһ, ул хаталар! Улар арҡаһында боҙолған мөнәсәбәттәр, эселгән “Валидол” һәм “Корвалол”, йоҡоһоҙ төндәр һәм емерелгән яҙмыштар. Миңә ҡалһа, һәр хатаға бик ауыр, хатта яҙмышты хәл итеүгә дусар итеүсе һылтау сифатында ҡарайым, аңларға һәм ғәфү итергә тырышам. Шуныһын беләм, хатаны берәү ҙә күрмәгән, баҫма типографияла баҫылған, гәзит йәки журнал уҡыусыһына барып еткән, ҡыҫҡаһы, хата меңдәрсә кеше өсөн ысынбарлыҡҡа әүерелгән. Һәр ауылда һәм ҡалала тип әйтерлек, беҙҙең бик белемле, беҙҙең өсөн янған һәм борсолған, хатта уяу уҡыусыларыбыҙ бар. Әгәр уларҙың береһе шылтыратһа, тимәк, юҡҡа түгел, нимәлер бар, хәҙер уның был хаҡта иғлан итеүен күндәм генә көтөргә ҡала. “Хәйерле иртә, һаумыһығыҙ? – ти ул күтәренке кәйеф менән, хатта шатлығы эсенә һыймауын аҙ ғына булһа ла йәшереп тә тормай бит әле. – Бөгөнгө гәзиттең шул мәҡәләһендә, икенсе бағана, өсөнсө абзац, шул-шул һүҙегеҙҙә хата киткән”.

Ҡөрьәндә лә яҙылған, тиҙәр – бәндә хаталарҙан хали (азат) түгел. Хатта мин бында һәр кешенең хаталанырға хаҡы бар, тип аңлайым. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән гәзит-журнал хаталары хаҡында һөйләшеп алырбыҙ. Матбаға сараларында теше төшкән ағайҙар һәм апайҙар үҙҙәренең эшләү дәүерендә хаталар тураһында һөйләй башлаһалар, әллә күпме миҫалдар килтерергә булыр ине. Аһ, ул хаталар! Улар арҡаһында боҙолған мөнәсәбәттәр, эселгән “Валидол” һәм “Корвалол”, йоҡоһоҙ төндәр һәм емерелгән яҙмыштар.
Миңә ҡалһа, һәр хатаға бик ауыр, хатта яҙмышты хәл итеүгә дусар итеүсе һылтау сифатында ҡарайым, аңларға һәм ғәфү итергә тырышам. Шуныһын беләм, хатаны берәү ҙә күрмәгән, баҫма типографияла баҫылған, гәзит йәки журнал уҡыусыһына барып еткән, ҡыҫҡаһы, хата меңдәрсә кеше өсөн ысынбарлыҡҡа әүерелгән. Һәр ауылда һәм ҡалала тип әйтерлек, беҙҙең бик белемле, беҙҙең өсөн янған һәм борсолған, хатта уяу уҡыусыларыбыҙ бар. Әгәр уларҙың береһе шылтыратһа, тимәк, юҡҡа түгел, нимәлер бар, хәҙер уның был хаҡта иғлан итеүен күндәм генә көтөргә ҡала.
“Хәйерле иртә, һаумыһығыҙ? – ти ул күтәренке кәйеф менән, хатта шатлығы эсенә һыймауын аҙ ғына булһа ла йәшереп тә тормай бит әле. – Бөгөнгө гәзиттең шул мәҡәләһендә, икенсе бағана, өсөнсө абзац, шул-шул һүҙегеҙҙә хата киткән”.
Алып ҡарайбыҙ, ысынлап та, бик үкенесле хата. Шулай ҙа түҙергә мөмкин, хата сәйәси йәһәттән юҡҡа хисап, һәр хәлдә, ер ишелерлек, йорттар емерелерлек, баштар осорлоҡ ғәйеп тойолмай.
Иң беренсе гәзит хатаһы менән 1974 йылдың май баштарында осраштым. Ҡапыл ғына “Башҡортостан пионеры” гәзитенең сираттағы һанын ҡулдарыбыҙҙан тартып алып, йыйып сыҡтылар. Аңлап та өлгөрмәнек. Йыйғандар икән, йыйғандар. Был хаҡта онотҡан булыр инем, әгәр 1999 йылдың йәйендә баш мөхәррир ҡамытын кейергә тура килмәһә. Вазифаға тәғәйенләр алдынан юғары кабинеттан-кабинетҡа йөрөтөп бик фәһемле һәм кәрәкле кәңәштәр бирҙеләр, өгөт-нәсихәт уҡынылар. Кабинеттарҙың береһендә “Башҡортостан пионеры”ның 1974 йылдың 5 майында сыҡҡан һанын күрһәттеләр. Ул йылдарҙа һәр мәктәптә “Ленин бүлмәһе” тигән мөйөш була торғайны. Беҙ уға табына һәм даһи һымаҡ йәшәргә йыйына торғайныҡ. Әйткәндәй, ул осор үҙебеҙҙең арала, хәҙерге заманға ҡарағанда, йонсоған даһиҙар байтаҡҡа әҙерәк ине. Пионерҙар гәзитенең ҡулдарҙан тартып алырлыҡ хатаһы нимәлә инде? Бер мәҡәләлә “Ленин бүлмәһе” урынына “Гитлер бүлмәһе” киткән. Ҡыҫҡаһы, баш мөхәррир, уның урынбаҫары һәм тағы әллә кемдәр төп фашистың көтөлмәгән ҡорбандарына әүереләләр. Баш мөхәррир ҙә баш мөхәррир түгел, урынбаҫар ҙа эш эҙләй. “Башҡортостан” гәзитендә эшләгәндә, Аллаһына шөкөр, баш осорлоҡ хаталар әллә ни булманы. Коллектив көслө, хәбәрселәр белемле, корректорҙар һиҙгер ине. Һәр хәлдә, бер хатанан һуң ил инәһе урынына дәғүә итеүсе бер ханымдың сәпәкәй итә-итә ерәндергес шатланыуын иҫәпкә алмағанда.
Ә матбаға тарихы ҡурҡынысыраҡ, ҡот осҡос миҫалдарға бай ғына. “Сталингад”, “ишәк рухы” һымаҡ ваҡ-төйәк миҫалдарҙы хәтерендә оҙаҡ та тотмай, икенселәре ҡыҫырыҡлап сығарып бара.
“Иптәш Сталин! Һеҙгә
Совет халҡы рәхмәт уҡый...”
Иғтибар итегеҙ, ниндәй пафос, ихлас маҡтау һәм һәр һүҙеңә ышанғанлыҡ ярылып ята. Гәзиттең тәүге битендәге иң өҫтә торған саҡырыу ғорурланыу тойғоһо уята. Һуғыштан һуңғы осор, халыҡ ас һәм фәҡир. Гәзитте типографияға оҙатҡандан һуң күбеһе өйҙәренә ҡайтып китә, дежур мөхәррир гәзиттең баҫылып бөткәнен көтөп ултыра һәм үтәлгән бурыс тойғоһо менән тәмәке тарта. Тираждың яртыһынан күбе баҫылғандан һуң мөхәррир “һеҙгә” һүҙендә бик мөһим, оҙаҡ йылдарға төрмәгә ебәрерлек, йә стенаға ҡуйып атырлыҡ хәрефтең төшөп ҡалыуына иғтибар итә. Нимә эшләргә? Даһи күпме генә тырышһа ла, Совет халҡы рәхмәт уҡырлыҡ был изге эште башҡара алмай. Тимәк, хатаны төҙәтергә һәм башты ҡотҡарырға кәрәк. Пушкин урамы буйлап үтеп барыусылар типография мейесенән йәй уртаһында төтөн сығыуына иғтибар итә. Ләкин хатаны йәшерергә мөрйә генә ярҙам итмәй. Хаталы гәзит Өлкә комитетына барып етә, быны берәү ҙә йомоп ҡалырға батырсылыҡ итмәй, ә ғәйеплеләрҙең яҙмышы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Ни хәл итәһең, эшләмәгән кеше генә хаталанмай, тиҙәр. Тиҫтәләгән кеше ҡулынан үтһә лә, хаталар барыбер күренгеләй. Шуға һәр хатаны түҙемле, аңлап, мөмкин булһа, сәпәкәйһеҙ генә ҡаршыларға кәрәк. Һуңынан күпме әрләшмә, шелтәләр өләшмә, һауаны һелкетмә, киткән хатаны төҙәтеп булмай. Бер генә юлы бар – хаталарҙы ваҡытында тоторға кәрәк.
Читайте нас: