+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2020, 13:19

ТАУЫШ БИРЕҮ БАШЛАНДЫ.

Бөгөн Рәсәй территорияһында урынлашҡан барлыҡ һайлау участкаларының ишектәре асылды. Рәсәйҙең төп законы – Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү бөгөн республиканың барлыҡ участкаларында ойошҡан рәүештә башланды. Тауыш биреү 1 июлдең 20:00 сәғәтенә тиклем дауам итәсәк. Тауыш биреүҙә ҡатнашыу хоҡуғы булған һәр һайлаусы үҙенә уңайлы ваҡытта иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем тауыш бирә ала. Бюллетенгә бер һорау индерелгән һәм ике вариант яуап ҡаралған.

Рәсәйҙә беренсе тапҡыр тауыш биреү ҡатмарлы шарттарҙа ойошторола. Был, йоғошло сир таралыу менән бәйле, һайлау участкаларында тауыш бирергә килеүселәрҙең һаулығын һаҡлау һәм именлеген тәьмин итеү йәһәтенән барыһы ла эшләнә. Тауыш биреү йоғошло сирҙең таралыуына булышлыҡ итергә тейеш түгел. Шуның өсөн социаль дистанция һаҡлау, кешеләрҙең эркелешеп йыйылып, күмәкләп тауыш биреүенә юл ҡуймау өсөн гражданлыҡ хоҡуғын тормошҡа ашырыуҙың төрлө юлдары киң ҡулланыла. Мәҫәлән, интернет аша электрон тауыш биреү, почта аша ҡатнашыу мөмкин. Һайлау комиссиялары ағзалары, карантин булыу сәбәпле, өйөнән сыға алмағандарға үҙҙәре киләсәк һәм тауыш биреүҙе ойошторасаҡ.
Читайте нас: