Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүҙең икенсе көнө башланды. Ҡәҙимге һайлау участкаларында гражданлыҡ бурысын үтәргә теләүселәрҙе иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем көтәләр. Халыҡ күп түгел, ләкин һәр кемде махсус әҙерлек менән ҡабул итәләр. Илдәге хәлдәр бөтәбеҙгә лә мәғлүм, һаҡланыу саралары төп ролдәрҙең береһен үтәй һәм был талап ҡәтғи үтәлә. Хатта төп сараларҙың береһе – паспортымды ҡулға алып та торманылар, алыҫтан ғына исем-фамилиямды һәм фотографиямды барланылар. Барлыҡ хәрәкәттәр бирсәткә, битлек һәм махсус күҙлек ярҙамында тормошҡа ашырыла. Хатта үҙем менән ручка алыуым да артыҡ булып сыҡты. Миңә ике урында ла зарарһыҙландырылған ручка тәҡдим иттеләр. Бюллетень хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Конституцияға үҙгәрештәр индереү менән бәйле, Рәсәй Президенты Владимир Путин киләһе дүшәмбе, йәғни 29 июндә халыҡҡа мөрәжәғәт менән сығыш яһаясаҡ. Дәүләт башлығының мөһим сәйәси ҡарарҙар ҡабул ителгәндә халыҡҡа мөрәжәғәте закон тарафынан тыйылмай. Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, Президенттың сығышы төҙәтмәләргә аңлатма биреүҙән һәм гражданлыҡ бурысын үтәргә саҡырыуҙан торасаҡ тип фараз ителә. Тауыш биреүҙең йомғаҡлау көнө булып 1 июль тора. Киске сәғәт 8-ҙән һуң һайлау участкалары ябыласаҡ һәм тауыштарҙы һанау башланасаҡ.
Һайлау участкаларында төрлө йәмәғәт ойошмаларынан күҙәтеүселәр күп. Әлеге һайлауҙар законға ярашлы, теүәл бара һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр күҙәтелмәй.
Әйткәндәй, төрлө юҫыҡтағы халыҡ иҫәбен өйрәнеү үҙәктәре мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә тауыш бирергә теләүселәр күпселекте тәшкил итә һәм улар төҙәтмәләрҙе хуплау яҡлы.