+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июнь 2020, 11:13

ПУТИН ЙОҒОШЛО СИР ХАҠЫНДА БЕЛДЕРЕҮ ЯҺАНЫ ҺӘМ 90-СЫ ЙЫЛДАРҘЫ ИҪКӘ ТӨШӨРҘӨ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин: “Ил йоғошло сирҙе еңәсәк һәм көрәштән иң аҙ юғалтыуҙар менән сығасаҡ”, – тип белдерҙе. Быға илдең иҡтисади ныҡлығы, электән күренгән саралар һәм йыйылған резервтар ярҙам итәсәк. Иҡтисадты диверсификациялау дауам итә. Иҡтисадты һәм сәнәғәтте нығытыу Рәсәйҙең резервтарын һуңғы йылдарҙа 50 тапҡырҙан күберәккә нығытырға мөмкинлек биргән.

Президент 90-сы йылдарҙағы ифрат ауыр көрсөк көндәрен дә иҫкә төшөрҙө: “Эш хаҡы түләрлек тә мөмкинлек булмағандан, Рәсәйгә башҡа илдәр гуманитан ярҙам күрһәтте”, – тине. Әле хәл бөтөнләй икенсе төрлө. Инфляцияның йыллыҡ күрһәткесе 3 процент тәшкил итә, яҡын киләсәктә инфляция күләме 4 проценттан да артмаясаҡ.
Рәсәй Президенты: “Йоғошло сир менән көрәш дауам итә һәм унан Рәсәй лайыҡлы сығасаҡ”, – тип белдерҙе.
Владимир Путин: “Рәсәй халҡы ауыр һынауҙарҙы үткәне бар һәм был юлы ла еңәсәк, сөнки беҙҙең халыҡ шәфҡәтлелек, үҙ-ара ярҙам, миһырбанлыҡ һымаҡ мәңгелек әхлаҡи ҡиммәттәрҙән бер аҙым да ситкә тайпылғаны юҡ. Бындай сифаттарҙы халыҡта Рәсәй тарихы тәрбиәләне һәм уны күпселек уртаҡлаша, артабан да дауам ителеүен теләй”, – тине.
Читайте нас: