+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июнь 2020, 13:14

ЙӘ, ХАЛЫҠ, ХӘҘЕР КЕМДЕ ҒӘЙЕПЛӘЙБЕҘ ИНДЕ?

Әүәл-әүәлдән шулай килә, Рәсәйҙә һәр бәләгә ғәйеплене табып, тапмаһалар, тәғәйенләп өйрәнгәндәр. Йәй үтеп бара, өҫтәге куртканы сисеү түгел, һыу буйын күргән юҡ. Йылы кейемдәрҙе күптән, көйә төшмәһен, тип төпкәрәк йыйып ҡуйғайныҡ, уларын да сығарырға тура килә. Йоғошло сир генә ҡалмағайны, һыуыҡ көндәр хәҙер йонсота. Ә яланда еләк түшәлеп ята, тиһәң дә, хата булмаҫ. Ә йыйыр бер әмәл дә юҡ. Йә ҡойоп ямғыр яуа, йә төньяҡтан елдәр өшөтә.

Саҡ ҡына түҙәйек, йәмәғәт! Был аҙнала бер аҙ өшөйөк тә, киләһе аҙнанан 30 градусҡа тиклем эҫе көндәр вәғәҙә итәләр. 30 градус беҙҙең өсөн күп түгел, тип ыңғырашыусылар ҙа булыр. Сеү, дуҫтарым, шыңшымай ғына алайыҡ биргән саҡта. Уның ҡарауы, июоллдең 20-нә тиклем ҡояшлы көндәр тәҡдим итәләр. Быныһын да алабыҙ, ризабыҙ.
Ә беҙгә ҡалһа, йыл уңышлы килә, тип әйтеп булыр ине, әгәр бынау пандемия ғына йонсотмаһа. Уныһын да кисерербеҙ. Саҡ ҡына түҙегеҙ һәм битлектәрегеҙҙе һалырға ашыҡмағыҙ. Юғиһә, беҙгә йәшәргә кәрәк бит әле. Ә киләһе сәхифәбеҙ тап шул хаҡта.
Читайте нас: