Бөгөн Өфөлә халыҡ ара форум – “Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенән ҡараш” исемле урбанистика форумы асыла. Кәңәшмә йоғошло сир таралыу менән бәйле сикләүҙәрҙе йомшартҡандан һуң Рәсәйҙә асылған беренсе офлайн-сара булып тора. Коронавирустан ҡотолғандан һуң тормош нисек буласаҡ? Яңы шарттарҙа ҡала мөмкинлектәрен нисек файҙаланырға? Дәүләт идаралығының өҫтөнлөклө йүнәлештәре нисек үҫешәсәк? Форум ошондай һәм башҡа мөһим мәсьәләләрҙе ҡараясаҡ.
“Торатау” конгресс-холында үтәсәк кәңәшмәлә ишек төбөндә үк дүрт урында экспресс-тест, йәки анализ үтергә мөмкин. Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, форумда халыҡ ара кимәлдәге иллеләп вәкил ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ Өфөгә РФ төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев һәм РФ фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков киләсәк. Әйткәндәй, икеһе лә коронавирус менән сирләп, һауығып сыҡҡан кешеләр. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар 10-дан артык секцияла бөгөн көнүҙәк булған мәсьәләләрҙе ҡараясаҡ һәм киләсәккә ҡараш ташлаясаҡ.