+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2020, 10:17

РАДИЙ ХӘБИРОВ: “БИТЛЕКТӘРЕГЕҘҘЕ ҺАЛЫРҒА АШЫҠМАҒЫҘ!”.

Иғтибар иттегеҙме икән, урамда кешеләр битлекһеҙ күберәк күренгән һымаҡ. Бәлки карантин тәртибе йомшартыуға йүнәлеш алғандыр.

Иғтибар иттегеҙме икән, урамда кешеләр битлекһеҙ күберәк күренгән һымаҡ. Бәлки карантин тәртибе йомшартыуға йүнәлеш алғандыр.
“Битлектәр тураһында минән күп һорайҙар, – тине Радий Хәбиров. – Битлек менән йөрөү шул килеш ҡала. Шул уҡ ваҡытта, битлектән баш тартҡандар ҙа урамда күберәк. Һаҡланыу сараларынан баш тартыуҙы беҙ әлегә иртәрәк, тип иҫәпләйбеҙ. Унан баш тартҡан өсөн штраф түләтеү ҙә мәсьәләне хәл итмәй. Шулай ҙа транспортта, сауҙа нөктәләрендә, дәүләт учреждениеларында, күп функциялы үҙәктәрҙә битлектәр мотлаҡ ҡалырға тейеш. Транспорт айырыуса иғтибар талап итә. Юғиһә, бында сир йоҡтороусылар һанын арттырыуыбыҙ ихтимал”.
Коронавирус менән республикала хәлдәр нисек һуң? Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә йоғошло сир менән 48 кеше теркәлгән һәм сирләүселәр һаны 5315-кә еткән.
Читайте нас: