+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2020, 10:15

ТАУЫШ БИРЕҮ КАМПАНИЯҺЫ ДАУАМ ИТӘ.

Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү дауам итә. Бөгөн бишенсе көн йомғаҡтарын иғлан итәсәктәр. Ҡайһы бер мәғлүмәт саралары тауыш биреүҙең алдан бирелә торған күрһәткестәрен, экзитполдарҙы иғлан итеп тә өлгөрҙө инде. Донъя кимәлендә көн элгәре мәғлүмәттәрҙе халыҡҡа еткереү ғәҙәти күренеш һанала. Ғәҙәттә һайлау көнөнә күпселек алдын уҡ хәл ителгән ҡарар менән килә. Беҙҙең осраҡта Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү алдан иғлан ителгән фекер өйрәнеүҙәрҙән айырылмай, тип әйтерлек. Әлеге ваҡытта электрон, почта аша, дистанцион тауыш биреүҙәрҙе иҫәпләһәк, тауыш биреүҙә һайлаусылар исемлегенә индерелгәндәрҙең 37 проценттан ашыуырағы ҡатнашҡан, йәки 40,4 миллион һайлаусы үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән. Ә инде һөҙөмтәләргә килгәндә, Бөтөн Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге хәбәр итеүенсә, рәсәйҙәрҙең 76 проценты Конституцияға үҙгәрештәрҙе хуплаған.

Кремль мәғлүмәттәрҙе көн элгәре хәбәр итеүҙе тәбиғи тип һанай һәм алдан билдәле булғандарҙан айырылмай, тип билдәләгән. Ҡайһы бер мәғлүмәт саралары билдәләүенсә, 1 июлгә тилем Владимир Путиндың Рәсәй халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһауын көтәләр.
Читайте нас: