+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июль 2020, 18:08

КРЕМЛЬ РӘСӘЙ КОНСТИТУЦИЯҺЫНА ТӨҘӘТМӘЛӘР БУЙЫНСА ТАУЫШ БИРЕҮҘЕ ТРИУМФ, ТИП БАҺАЛАНЫ.

Һайлаусыларҙың тауыш биреүҙә ҡатнашыуы 67 проценттан ашып китте. Әле һуңғы мәғлүәттәр иҫәпләнә, уларға ярашлы, тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың 77,92 проценты үҙгәрештәргә ҡарата ыңғай ҡарашта, ә ҡалғандар – ҡаршы.

Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр өсөн тауыш биреү демократик шарттарҙа үтте һәм күҙәтеүселәр тарафынан кире миҫалдар теркәлмәне.
Халыҡтың күпләп ҡатнашыуын Рәсәй етәкселеге өсөн әлеге йүнәлештә эште дауам итеүгә мандат сифатында ҡарарға мөмкин. Икенсе яҡтан ҡарағанда, күпселектең ыңғай тауыш биреүе – Владимир Путиндың 20 йыллыҡ эшмәкәрлегенә ыңғай баһа.
Әлбиттә, һөҙөмтәләр менән риза булмаусылар ҙа бар, улар донъяны болғатырға һәм танымаҫҡа тырышасаҡ, ләкин уларҙың фекере беҙҙе ҡыҙыҡһындырмай. Рәсәйҙе бөгөн берҙәмлек һәм татыулыҡ ҡотҡара.
Фото: http://kremlin.ru
Читайте нас: