+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июль 2020, 11:34

РӘСӘЙ ПРЕЗИДЕНТЫ ХАЛЫҠҠА ҮҘЕНЕҢ РӘХМӘТЕН БЕЛДЕРҘЕ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Еңеү” ойоштороу комитетының ултырышында ҡатнашты һәм: “Рәсәй граждандарына рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итергә, ярҙамдары һәм ышаныстары өсөн рәхмәт белдерергә теләйем”, – тине. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, Рәсәй әле яңырыу осорон үтә, шуға күрә тотороҡлолоҡҡа мохтажлыҡ кисерә. Был тормоштоң барлыҡ яҡтарына ла, шул иҫәптән, иҡтисадҡа һәм сәйәси системаға ла ҡағыла. Беҙ әлегә ауырлыҡҡа тиҙ бирешәбеҙ. Шуға күрә беҙгә эске тотороҡлолоҡ, илдең һәм уның барлыҡ институттарын нығытыу өсөн ваҡыт кәрәк.

Президент үҙенең сығышында Конституцияға үҙгәрештәр индереүгә ҡаршы тауыш биреүселәрҙе лә аңлауын билдәләне. Илдә хәл итеһе проблемалар күп, күптәр ауыр йәшәй, кешеләр ғәҙелһеҙлек һәм битарафлыҡ менән йыш осраша.
Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, тауыш биреүҙә һайлаусылрҙың 67 проценттан ашыу проценты ҡатнашҡан, төҙәтмәләр өсөн – 78 процент самаһы, ҡаршы – 21 процент самаһы тауыш биргән.
Читайте нас: