Дистанцион уҡыу-уҡытыу тураһында һүҙ сыҡһа, күпселек ата-әсәләрҙең ҡото оса ә уҡыусы балалар иһә, күндәм ҡабул итә. Хатта был мәсьәлә Рәсәй Президенты Владимир Путин кимәлендә кәңәшмәлә ҡаралды. Президенттың фекере бер: уҡыусылар белем алыуҙы ҡәҙимге тәртиптә дауам итергә тейеш. РФ мәғариф министрлығы уҡыу-уҡтыуҙы элекке тәртиптә дауам итеү яғында. Ләкин бының өсөн бер нисә шарт бар.
Һәр осраҡта төбәктәге эпидемиологик хәл хәл иткес роль уйнай. Әгәр йоғошло сир таралһа, карантин талаптары ҡәтғиләнһә, яңынан дистанцион уҡыуға күсергә тура килеүе ихтимал.
Әлегә Башҡортостанда хәлдәр аҙмы-күпме тотороҡло, ләкин был ғына тынысланырға мөмкинлек бирмәй. Әлеге ваҡытта балалар баҡсалары ябыҡ, уҡыусылар күпләп йыйылған саралар үткәреү тыйыла. Тик 1 июлдән мәктәптәр эргәһендәге көндөҙгө һауыҡтырыу лагерҙары үҙенең эштәрен башланы. Артабан карантин шарттарын йомшартыу сирләүселәр һанының артыуына йәки кәмеүенә бәйле буласаҡ.