+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2020, 12:39

РАДИЙ ХӘБИРОВ: “ҺУҢҒЫ ЙЫЛДАРҘА БЕҘ 400 САМАҺЫ КЕШЕНЕҢ, ШУЛ ИҪӘПТӘН, 160 БАЛАНЫҢ ҒҮМЕРЕН ҠОТҠАРҘЫҠ”.

Республика Башлығының бәләкәй генә янғындан киҫәтеүсе приборҙар ҡуйыуҙы пропагандалап йөрөүөнә көлөмһөрәп ҡараусылар бар икән. Республикала бөгөнгө көнгә ошондай 193 мең прибор ҡуйылған. Ә күп балалы ғаиләләргә һәм аҙ тәьмин ителгәндәргә янғын хаҡында киҫәтеүсе приборҙар бушлай ҡуйыла.

Үткән төн Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙың береһендә янғын сыҡҡан, янғын һүндереүселәр 18 кешене, шул иҫәптән, 6 баланы ҡотҡарып ҡалған.
“Бер-берегеҙҙе һаҡлауығыҙҙы һорайым! – тип мөрәжәғәт итә Радий Хәбиров. – Төндә булған янғында, янғын һүндереүселәрҙең батырлығы һөҙөмтәһендә, берәү ҙә һәләк булманы. Беҙ уларҙы наградлаясабыҙ. Был аҙна ла эҫе буласаҡ һәм янғын осрағы күбәйәсәк. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!”
Әйткәндәй, янғын хаҡында хәбәр итеүсе приборҙарҙы Башҡортостан өлгөһөндә башҡа төбәктәрҙә лә ҡуя башлағандар.
Читайте нас: