+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июль 2020, 11:31

КОМПАНИЯҒА ШТРАФ ТҮЛӘРГӘ ТУРА КИЛӘСӘК.

Быға тиклем Рәсәй бизнесмендары экологияға, тәбиғәтте һаҡлауға ҡул һелтәр ҡарайҙар ине. Рәсәй Президенты Владимир Пуҡтиндың талабына ярашлы, хәҙер был хаҡта олигархтарға оноторға тура киләсәк.

Быға тиклем Рәсәй бизнесмендары экологияға, тәбиғәтте һаҡлауға ҡул һелтәр ҡарайҙар ине. Рәсәй Президенты Владимир Пуҡтиндың талабына ярашлы, хәҙер был хаҡта олигархтарға оноторға тура киләсәк.
Күптән түгел Норильск ҡалаһында тәбиғәткә килтерелгән зыян барыһын да шаҡ ҡатырҙы. Ҙур һаҡлағыстан йөҙҙәрсә тонна яғыулыҡтың ағыуы һәм йылғаларға эләгеүе өсөн Рәсәй тарихында иң ҙур штраф түләргә тура киләсәк. Тәбиғәтте һаҡлау буйынса махсуслашҡан эксперттар зыянды ҡаплатыу өсөн “Норильск Никель” компанияһы 148 миллиард һум аҡса түләргә тейеш, тип ҡарар сығарған. Әлегә компанияның идаралығынан “Көтөлмәгәнсә” тигән генә фекер ишетелгән.
Компания штраф түләүҙән баш тарта алмай. Был түләүҙәр башҡалар өсөн дә һабаҡ буласаҡ. Бизнесмендар тәбиғәтте һаҡлауға тулы яуаплылығы менән ҡараясаҡ. Әйткәндәй, компанияның мөмкинлектәрен барлағанда 148 миллиард һум улар күтәрә алмаҫлыҡ йәки түләй алмаҫлыҡ һан түгел. Донъяла бер нисә тапҡыр күберәк штраф түләгән компаниялар бар. Мәҫәлән, 2016 йылда Англияның “British Petroleum” компанияһы Мексика ҡултығында нефть ағыҙыуға юл ҡуйғаны өсөн 20 миллиард долларҙан ашыу түләне.
Читайте нас: