-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июль 2020, 11:14

КОРОНАВИРУС. КӨРӘШ ДАУАМ ИТӘ.

“Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университетында коронавирустан вакцинаны һынаусы ирекмәндәр үҙәрен һәйбәт тоя”, – тип хәбәр итте Мәскәү дәүләт медицина универститетының дарыуҙарҙы һынау үҙәге етәксеһе Елена Смолярчук. Дауаханала вакциналарҙы һынау 18 июндә башланған.

1-се төркөм менән һынауҙар өс аҙна элек, икенсе төркөм менән ике аҙна элек башланған. Елена Смолярчук белдереүенсә, ирекмәндәр үҙҙәрен һәйбәт тоя. Ирекмәндәр препаратты ҡабул иткәндән һуң ҙур булмаған реакция күҙәтелгән. Ҡайһыларының башы ауыртҡан, температураһы күтәрелгән. Прививка ваҡытында бындай симптомдар ғәҙәттәге күренеш, тип һанала. Ирекмәндәрҙе айырым дауалау талап ителмәгән һәм бер тәүлек эсендә һаулыҡтары тотороҡланған. Ирекмәндәрҙең һаулығы дауалауға мохтажлыҡ кисермәһә, тәүге төркөмдө 15 июлдә, икенсе төркөмдө 25 июлдә дауахананан сығарасаҡтар. Рәсәйҙә Гамалея исемендәге ғилми-тикшеренеү үҙәгендә лә вакцинаны һынау башланды. Уны 18 июлдән бирле Мәскәүҙең Бурденко исемендәге Хәрби-клиник госпиталендәге ирекмәндәрҙә һынайҙар. Табиптар һөйләүенсә, тәүге ике аҙна кире һөҙөмтәләр бирмәгән, һынау үтеүселәр үҙҙәрен яҡшы тоя. Тимәк, вакцинаның уңышлы булырына өмөт ҙур.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Рәсәйҙә етештерелгән препараттарға ҡарата үҙенең ҡыҙыҡһыныуын йәшермәй. Ойошманың хеҙмәткәре Сумия Сваминатан әйтеүенсә: “Рәсәйҙә дарыуҙарҙы уңышлы һынауҙарын беләбеҙ, уларҙың һөҙөмтәһен көтәбеҙ. Бынан тыш, беҙгә Рәсәй вакциналары кәрәк”.
Читайте нас: