-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июль 2020, 12:01

КЕЙӘҮГӘ СЫҠҠАН ҠАТЫНДАР ӨЙЛӘНГӘН ИРҘӘРГӘ ҠАРАҒАНДА КҮБЕРӘК...

Тап ошо мәсьәлә беҙҙең бөгөнгө демографик проблемаларҙың нигеҙен тәшкил итә лә инде. Рәсәйҙә хәҙер шундай өҫтөнлөк йүнәлеш алды: 1000 ир-ат затына 1163 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Әгәр һәр мең иргә артыҡ 163 ҡатын бәхет көтөп ултыра икән, законлы никах мәсьәләһен нисек хәл итергә? Ә һандар был хаҡта нимә һөйләй һуң? 2010 йылғы Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, теркәлгән һәм теркәлмәгән килеш 33,2 миллион ир-ат һәм 33,3 миллион ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Иғтибар иттегеҙме, өйләнгән ирҙәр әҙерәк, ә кейәүгә сыҡҡан ҡатындар күберәк. Социологтар ошо һандарға аңлатма биргәндә фекерҙәр ныҡлы айырыла.

Тап ошо мәсьәлә беҙҙең бөгөнгө демографик проблемаларҙың нигеҙен тәшкил итә лә инде. Рәсәйҙә хәҙер шундай өҫтөнлөк йүнәлеш алды: 1000 ир-ат затына 1163 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Әгәр һәр мең иргә артыҡ 163 ҡатын бәхет көтөп ултыра икән, законлы никах мәсьәләһен нисек хәл итергә? Ә һандар был хаҡта нимә һөйләй һуң? 2010 йылғы Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, теркәлгән һәм теркәлмәгән килеш 33,2 миллион ир-ат һәм 33,3 миллион ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Иғтибар иттегеҙме, өйләнгән ирҙәр әҙерәк, ә кейәүгә сыҡҡан ҡатындар күберәк. Социологтар ошо һандарға аңлатма биргәндә фекерҙәр ныҡлы айырыла.
Шуныһы ғына билдәле, теркәлгән никахтар һаны кәмей, халыҡтың күпселеге гражданлыҡ никахы менән йәшәүҙе, йәғни, өйҙәшлекте өҫтөн күрә. Тимәк, Рәсәй ғаиләһе һуңғы 20-30 йылда тамам үҙгәрҙе. Өҫтәүенә, гражданлыҡ никахы менән йәшәү ваҡыты йылдан-йыл арта бара һәм ғәҙәти күренешкә әүерелә. Хәҙер ғаилә ҡороу өсөн туй, тиҫтәләрсә меңдәр менән иҫәпләнгән сығымдар, Лимузиндар артыҡҡа әйләнде. Ҡыҙ менән егет үтеп барышлай ғына мәсеткә инеп сыға һәм никах уҡытып, ғаилә ҡороуға Аллаһтың фатихаһын ала. Күренеп тора, бындай никахтарҙың ныҡлығы бик самалы. Улар ҡыҙ менән егеттең бер-береһенә булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн генә ҡорола. Ниңә артыҡ мәшәҡәт алырға? Һаҡланыу саралары ҡәтғи рәүештә күҙәтелә, тимәк, ғаиләнең төп атрибуты – бала табыу тураһында һүҙ юҡ. Һәм иң аяныслыһы шул, бындай никах, йәки берләшмә яҡтарҙы ҡәнәғәтләндерә. Ә бындай ваҡытлы, йәки гражданлыҡ никахтарының ғүмере бик самалы һәм мәҡәләнең иң башында беҙ иҫкә алған өйләнгән ирҙәрҙең аҙыраҡ булыуы ошонда ята ла инде. Бер нисә тапҡыр аяҡ өҫтө генә никах уҡытып ғаилә ҡороп ҡараған һәм ауыҙы бешкән ир-ат өйләнеү һымаҡ яуаплы эштән тамам ваз кисеүе лә ғәжәп түгел. Хәҙерге пандемия осоронда иң тәүге һәм иң күп зыян күргән ҡорбандарҙың береһе – традицион ғаилә ҡиммәттәре булыуы ла бик ихтимал. Күреп тораһығыҙ, киләсәктә йәшәү кимәле артыҡ ышаныс уятмай һәм ошондай шарттарҙа халыҡтың ғаилә ҡороуға ынтылышы, хатта балалар үҫтереүе маҡтауға һәм хуплауға ғына лайыҡ.
Шулай ҙа мәңгелек ҡиммәттәрҙән баш тартырға ашыҡмайыҡ әле. Гөрләтеп, күңелле итеп туй үткәреү үҙе ни тора!
Һирәк-мирәк ауылға ҡайтҡан саҡтарымда әсәйемдең: “Балаларығыҙҙы алмаһағыҙ, ҡайтып та йөрөмәгеҙ!” – тип әйткәнен хәҙер аңлар йәшкә еткәнмен. Был шатлыҡты күпселеккә кисерергә яҙһын ине.
Яңыраҡ Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәһендә йылдың тәүге яртыһында, былтырға ошо осор менән сағыштырғанда, тыуымдың артыуы тураһында ҡыуанып яҙғайны. Ваҡытлы никах менән иртәгәһе көндәренә үҙҙәре лә ышанмай йәшәп ятҡан ҡыҙ менән егеттән бигерәк, Хөкүмәтте ифрат борсой был мәсьәлә. Борсомай, Ватанға кешеләр кәрәк. Заводтар, фабрикалар, ҙур-ҙур компаниялар әлегә кешеһеҙ эшләп, табыш алып өйрәнмәгән. Япондар үҙҙәренең кешеләрҙе алыштыра торған роботтарын тиҙ генә етештерә башламаҫ һымаҡ. Шуға үҙебеҙгә тырышырға тура килә. Быйыл тәүге ярты йыллыҡта 19930 сабый тыуған. Был һандар, былтырғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 698-гә йәки 3,1 процентҡа күберәк.
Беҙгә ҡалһа, юғарылағы һандар теләһә ниндәй дәлилдәрҙән көслөрәк һәм күберәк аңлатма бирә. Традицион ғаиләләрҙән баш тартыу тураһында уйларға ла ярамай. Рәсәй халҡы күпселек ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп йәшәүгә өҫтөнлөк бирә. Әле, милли проекттарға ярашлы, күпләп балалар баҡсалары төҙөлә, һаман урындар етмәй. Күпселек ғаиләләр дәүләттән пособиелар, һуңғы осорҙа ғына ике тапҡыр өҫтәлмә түләүҙәр алды. Һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр, тип әйтерлек, күҙәтелә был күренеш. Артабан да шулай булһын. Бәлки ирҙәр никахына ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙҙарҙың кейәүгә сығыуының күберәк булыуының сәбәптәрен эҙләү ҙә кәрәкмәйҙер.
Читайте нас: