+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июль 2020, 12:13

УҠЫУҘАР 1 СЕНТЯБРҘӘ БАШЛАНАСАҠ, ЛӘКИН ЛИНЕЙКАЛАР БУЛМАЯСАҠ.

Хәҙер күптәрҙе уҡыу йылының башланыу шарттары ҡыҙыҡһындыра. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министры Сергей Кравцов белдереүенсә, 1 сентябрҙән мәктәп линейкалары яңыса ойоштороласаҡ. Сөнки Роспотребнадзор, йоғошло сир таралыу менән бәйле, мәғариф ойошмаларында киләһе йылға тиклем күмәк кешеләр ҡатнашҡан сараларҙы үткәреүҙе тыйҙы.

Шуға күрә мәктәп линейкалары яңыса ойоштороласаҡ. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар мәктәпкә киләсәк, ләкин уларҙың үҙ-ара аралашыуы бөтөнләй икенсе төрлө буласаҡ.
Әйткәндәй, ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға бындай икеле-микеле, ярым-ярты аҙымдар оҡшамай һәм улар нигеҙле рәүештә аныҡлыҡ талап итә. Мәғлүм булыуынса, 1 сентябрҙәге мәктәп линейкалары яратҡан уҡытыусыларҙы сәскәләргә күмеү, һағындырып өлгөргән класташтарҙы ҡосаҡҡа алыу һәм аҙаҡтан күңелле итеп кафела ултырыу менән генә тамамланмай. Уға Рәсәйҙә күберәк һәм яуаплыраҡ мәғәнә һалынған. Ул йола ҡәҙимге йола һәм традиция ғына түгел. Мәктәп – ғаилә, уҡыусы, уҡытыусы һәм ата-әсә берҙәмлегенең төп сағылыштырының береһе һәм ныҡлығының нигеҙе. Был сикләүҙәр иң тәүҙә мәктәп ишектәрен тәүге тапҡыр асҡандарға ҡағыла. Сығарылыш класы уҡыусылары ла ҡәнәғәт түгел. Ләкин, шул уҡ ваҡытта, айыҡ тауыштар нығыраҡ ишетелә. Сөнки хәлдәр ҡатмарланһа, линейкаларҙың онлайнға күсеүе бик тә мөмкин. Шулай булғас, ғөмүмән, традицион уҡыуҙан да мәхрүм ҡалып ҡуймағайыҡ.
Читайте нас: