+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июль 2020, 12:11

ҠУЙ ИНДЕ, ГУБЕРНАТОРҒА ЛА ЫШАНЫС ЮҠ.

Бөгәсә Хабаровск крайы губернаторы Сергей Фургалды бөтә ил алдында ҙур шау-шыу менән бөтәһенә лә ғибрәт булырлыҡ итеп ҡулға алдылар. Губернатор тиклем губернаторға һонолғас һәм уны кеше үлтереүҙә һәм үлтереүҙәрҙе ойоштороуҙа ғәйепләп ҡурҡыныс енәйәтсе һымаҡ ҡулдарына бығауҙар кейҙереп ябып ҡуйғас, Рәсәйҙә закон бар, һәр енәйәтсе закон буйынса яуап бирергә тейеш тигән фекер асыҡ төҫмөрләнә.

РФ Тәфтиш комитетының Айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү буйынса баш идаралығы ЛДПР ағзаһы булған Сергей Фургалды бөгөн иртән Мәскәүгә килтерҙе һәм тикшереүселәр ҡулына тапшырҙы. Шулай уҡ губернаторҙың енәйәт эштәре буйынса фекерҙәштәре лә закон буйынса яуап бирәсәк.
Сергей Фургал һөнәре буйынса табип. 90-сы йылдарҙа бизнес менән шөғөлләнә башлаған. 2005 йылдан сәйәсәткә ныҡлап тотона. Өлкә Думаһына депутат булып һайлана. Дәүләт Думаһы депутаты сифатында Һаулыҡ һаҡлау комитетына етәкселек итә.
Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, бындай ҙур һәм яңғырауыҡлы ҡулға алыуҙар тәфтиш эштәренең раҫланғандан һуң ғына тормошҡа ашырыла.
Әлегә Хабаровск крайы губернаторы вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнмәгән. Һайлауҙар 2021 йылдың көҙөндә үтәсәк. Ә ЛДПР үҙенең ағзаһын партия сафынан сығарырға уйламай.
Читайте нас: