+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2020, 12:33

ЭҪЕ КӨНДӘР ДАУАМ ИТӘ. ТИМӘК, ШӘМБЕ ҺӘМ ЙӘКШӘМБЕ ТАҒЫ ЛА УНЛАП КЕШЕ ҺЫУҒА БАТАСАҠ.

Ҡорбандар исемлегенә эләкмәҫ өсөн нимәләр эшләргә? Иң тәүҙә – ҡайғылы һандар. Быйыл йыл башынан республикала 75 кеше һыуға батҡан, уларҙың етәүһе – балалар. Һәм бер нисә ҡатын ҡыҙ. Ә ҡалғандары 20-30-40 йәшлек типһә, тимер өҙөрлөк, эшкә һәләтле ирҙәр. Күпселек, әлбиттә, һыуға батҡанда иҫерек булған.

Һыу буйында ял итеү яҡындарығыҙҙы ҡайғыға һалмаһын өсөн нимә эшләргә? Иң тәүҙә айныҡ булырға һәм һыу буйындағы ялды үҙең өсөн файҙалы сараға әүерелдерергә кәрәк. Ә беҙ иһә, махсус әҙерләнгән ҡомлоҡтарҙан, ҡотҡарыусыларҙан баш тартып, кешеләр йөрөмәгән йәки әҙерәк күренгән урындарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Беҙме һуң инде һыу буйына ит көйҙөрмәйенсә, араҡы эсмәйенсә ял итә белгән халыҡ?
Үкенескә ҡаршы, кеше ғүмере арзанайҙы, сөнки кешеләр үҙҙәрен ифрат түбән баһалай башланы.
Беҙҙән һеҙгә үтенес: һыу буйында ҡояшта ҡыҙыныуҙы эске мәжлесенә әүерелдермәгеҙ. Эскән килеш һыуға яҡын бармағыҙ. Айырыуса, балаларығыҙҙы ҡарағыҙ. Улар һыу буйына һеҙгә ышанып килә. Һәр кешенең ғүмере үҙенең ҡулында.
Иҫән-һау булығыҙ!
Читайте нас: