+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2020, 11:30

ВЛАДИМИР ПУТИН БАШҠОРТОСТАН-ТАТАРСТАН КӨНДӘШЛЕГЕНӘ ФАТИХАҺЫН БИРҘЕ.

Рәсәй стратегик инициативалар агентлығының эш күрһәткестәрен барлағанда Рәсәй Президенты Владимир Путин ситтән инвесторҙар йәлеп итеү һәм инвестицион климат булдырыу йәһәтенән Башҡортостан һәм Татарстан көндәшлегенә иғтибар итте.Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле генә һөйләшеү булды. – Дөйөм ил буйынса алғанда Татарстан лидер булып ҡала, – тине Владимир Путин. – Һәм әле ул инвестиция климаты булдырыу буйынса рейтингта тағы ла икенсе урынды биләй. Ә Башҡортостан Татарстанға ныҡлы яҡынайып килә. Радий Фәрит улы, Башҡортостан ҡасан Татарстанды үтеп китә һәм беренсе урынға сыға?

Рәсәй стратегик инициативалар агентлығының эш күрһәткестәрен барлағанда Рәсәй Президенты Владимир Путин ситтән инвесторҙар йәлеп итеү һәм инвестицион климат булдырыу йәһәтенән Башҡортостан һәм Татарстан көндәшлегенә иғтибар итте.
Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле генә һөйләшеү булды.
– Дөйөм ил буйынса алғанда Татарстан лидер булып ҡала, – тине Владимир Путин. – Һәм әле ул инвестиция климаты булдырыу буйынса рейтингта тағы ла икенсе урынды биләй. Ә Башҡортостан Татарстанға ныҡлы яҡынайып килә. Радий Фәрит улы, Башҡортостан ҡасан Татарстанды үтеп китә һәм беренсе урынға сыға?
– Был – билдәле эш практикаһы, – тине Радий Хәбиров. – Татарстан менән Башҡортостан бер-береһенә йоғонто яһай. Был, әйткәндәй, беҙҙең күршеләр өсөн бик көслө стимул. Беҙ уларҙы туғандаш республикалар, тип атайбыҙ. Владимир Владимирович, беҙ тырышабыҙ. Минең уйымса, күпмелер ваҡыт үтер, ләкин улар беҙҙең өсөн ҡайһылыр мәғәнәлә остаздар. Беҙ улар менән тәжрибә уртаҡлашабыҙ, ләкин уларға яҡынаябыҙ.
Был һөйләшеү Рәсәй кимәлендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Рәсәй стратегик инициативалар агентлығы күрһәткестәренә ярашлы, Мәскәү – беренсе, икенсе урында Татарстан, ә ҡасандыр тәүге унауҙан бик алыҫта булған Башҡортостан хәҙер туғыҙынсы урында.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда йылдам үҫешеүсе биш төбәк һәм “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе эшләй. Республика административ баҫым индексы йәһәтенән дә инвесторҙар өсөн хәҙер бик ылыҡтырғыс. Ул элекке 38-се урындан 11-се урынға күтәрелде.
Ә Татарстан һәм Башҡортостан ярышына килгәндә, ул ике төбәк өсөн генә түгел, Рәсәй өсөн дә файҙалы. Шуның өсөн был һау-сәләмәт көндәшлек артабан да емешле эшләргә тейеш.
Әйткәндәй, Стратегик инициативалар агентлығы Рәсәй өсөн файҙалы бик күп башланғыстарҙы финанслай. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта, йоғошло сир таралыу менән бәйле, бер нисә вакцина һәм препараттың эшләнеүен финанслай.
Читайте нас: