+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2020, 12:25

ЙОҒОШЛО СИРҘЕҢ КӨСӘЙЕҮЕ КҮҘӘТЕЛӘ.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һәм уның Рәсәйҙәге вәкиле Мелита Вуйнович йоғошло сирҙең таралыу кимәлен көн һайын ҡарап, анализлап бара. Үткән тәүлектә Рәсәйҙә 6509 яңы сирләү осрағы теркәлгән, 176 кеше үлгән.

Хәҙер йоғошло сир таралыуҙың икенсе тулҡыны хаҡында иң юғары кимәлдә һөйләй башланылар.
Мелита Вуйнович фекеренсә, сирҙең артабанғы яҙмышы Рәсәй халҡының ҡулында. Йәйге мәл етте, көндәр эҫеләнде һәм күпселек сир хаҡында онотто. Хәҙер урамда битлек кейгән кешеләрҙе һирәк осратырһың. Кейгәндәре лә битлекте эйәгенә генә эләктереп йөрөү менән сикләнә.
Әлеге мәлдә Ер шарында сирләүселәр һаны, төрлө мәғлүмәттәргә ярашлы, 12 миллиондан ашып китте, 575 меңдән ашыу үлем осрағы теркәлгән.
Читайте нас: