+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июль 2020, 10:59

КОРОНАВИРУС. БЕҘҘӘ ХӘЛДӘР НИСЕК ИКӘН?

Һуңғы тәүлектәрҙең һандары түбәндәгесә:Йоғошло сир тарала башлағандан бирле 5875 ауырыу теркәлгән. Һуңғы тәүлектә – 49 кеше. Сир йоҡтороусыларҙан 19 кеше үлгән. Әлеге ваҡытта дауаханаларҙа 1909 сирле дауалана. Бынан тыш 351 – стационарҙа һәм 1558 кеше өйҙәрендә дауаланыу курсы ҡабул итә.

Һуңғы тәүлектәрҙең һандары түбәндәгесә:
Йоғошло сир тарала башлағандан бирле 5875 ауырыу теркәлгән. Һуңғы тәүлектә – 49 кеше. Сир йоҡтороусыларҙан 19 кеше үлгән.
Әлеге ваҡытта дауаханаларҙа 1909 сирле дауалана. Бынан тыш 351 – стационарҙа һәм 1558 кеше өйҙәрендә дауаланыу курсы ҡабул итә.
Рәсәйгә килгәндә, мәғлүм булыуынса, иң күп сирлеләр һәм үлеүселәр Мәскәү ҡалаһында теркәлгән. Шуға ҡарамаҫтан, баш ҡалала сир менән көрәш шарттары ҡапыл үҙгәрҙе. Бөгөндән, мәҫәлән, маскаһыҙ, бирсәткәһеҙ йөрөргә ярай, бизнестың барлыҡ төрҙәренә лә, ҡайһы берҙәренән тыш, эшләй башларға рөхсәт ителә.
Рәсәй – коронавирусҡа ҡаршы көрәште төрлө йүнәлештә ойошторған һирәк илдәрҙең береһе. Мәҫәлән, беҙҙең илдә кешеләрҙән иң күп анализ – 23 миллиондан ашыу тест алынған һәм был сара сирлеләрҙе алдан асыҡларға һәм дауаларға мөмкинлек биргән.
Читайте нас: