+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июль 2020, 12:31

МӨХӘББӘТЛЕ ҠАЛАЛАР ИСЕМЛЕГЕНДӘ ӨФӨ ЛӘ БАР.

Ҡатын-ҡыҙ мөхәббәте өсөн иң анһат ҡалалар исемлегендә хәҙер Өфө лә урын тота. Шаян һәм мут кешеләр был рейтингта мөхәббәт өсөн аҡса талап иткәндәрҙе түгел, ә әҙәпле ҡатындарҙы иҫәпкә алғандар. Ябай ғына итеп әйткәндә, ошо йәһәттән түләү, алыш-биреш, аҡса йүнәтеү мәсьәләһе мөһим түгел. Рәсәйҙең Иванов ҡалаһы – беренсе урында. Быға ғәжәпләнергә ярамай, элекке СССР-ҙың кәләштәр ҡалаһы, тормош нисек кенә үҫмәһен, һелкетмәһен, үҙенең элекке традицияларына тоғро. Икенсе урында – Күктүбә. Картанан Коктебель тип эҙләгеҙ. Унда хәҙер эҫе, бөтәһе лә диңгеҙ ярында һәм арлы-бирле булһа ла кейенгән кешеләр юҡ, тип әйтерлек. Өсөнсө урында – Пенза. Пензюктар быға нисек өлгәшкән, ғөмүмән, аңлашылмай. Артабан – Севастополь һәм Ялта, Сочи. Барыһы ла аңлашыла. Тәүге унау иҫәбендә – Питер һәм Мәскәү, ә Өфө – егерменсе урында. Һеҙҙе, әлбиттә, Ҡаҙандың мөмкинлектәре ҡыҙыҡһындыралыр. Күршеләр рейтингта күренмәй. Ғәмәлдә беҙҙән әллә ни алыҫ түгелдәрҙер.

Рейтингты ойоштороусылар: “Беҙ ҡалаларҙың данын күтәрәбеҙ, уларҙы яңы еңеүҙәргә дәртләндерәбеҙ”, – тип аңлатҡан. Көслө затты, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙы яратыуға батырлыҡ ҡылыу теләге әйҙәй, әлбиттә, әгәр был тәбиғи инстинкт алыш-бирешһеҙ, йәки аҡсаһыҙ тормошҡа ашырылһа.
Был осраҡта хәүефһеҙлек хаҡында оноторға ярамайҙыр. Сөнки һандар һаҡланырға һәм тетрәнергә мәжбүр итә. Ни өсөн тигәндә, 1987 йылдан бирле Башҡортостанда 35 меңдән ашыу кеше ВИЧ, СПИД йоҡторған. Шуларҙың 10835-е үлгән, 363 сирле икенсе төбәктәрҙән килгән, ә 6 меңдән ашыуы икенсе яҡтарға киткән. Сирләүселәрҙең күпселеге, 12 меңдән ашыуы, йәки 61 проценты, ҡалаларҙа йәшәй. Улар араһында 246 асарбаҡ бар.
Ҡыҫҡаһы, аҡсам да юҡ, һаулыҡ та ҡәҙерле, үҙ хәләлеңә тоғро ҡалыуға етәме һуң инде?
Ошо урында, үҙем дә һиҙмәҫтән, кеше иммунодефициты вирусын (ВИЧ) коронавирус менән сағыштыра башланым. Беҙҙең Башҡортостанда КОВИД-19-ҙан 19 кеше үлде. Юғарылағы һандарға иғтибар итегеҙ әле, ВИЧ-тан нисәү үлгән? 10835. Шулай булғас, бөгөн нимәнән һаҡланыу фарыз икән? Коронавирустанмы, әллә кеше иммунодефициты вирусынанмы? Улайға китһә, урамға сығыу түгел, ғөмүмән, йәшәү ҙә ҡатмарлаша түгелме?
Читайте нас: