+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июль 2020, 11:01

РӘСӘЙҘӘ КОРОНАВИРУСҠА ҠАРШЫ ТӘҮГЕ ВАКЦИНАНЫ ҺЫНАУ УҢЫШЛЫ ҮТТЕ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ғалимдар алдына коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны мөмкин тиклем тиҙерәк уйлап табыу һәм файҙалана башлау буйынса күрһәтмә биргәйне. Үткән аҙна аҙағында Сечинов исемендәге Мәскәү дәүләт медицина университеты ғалимдары донъяла беренсе вакцинаны һынауҙарҙы уңышлы үткәреүҙәре хаҡында иғлан итте. Яҡындағы көндәрҙә коронавирустан вакцинаны үҙҙәрендә һынап ҡараусы ирекмәндәр дауаханаларҙан сығасаҡ һәм ҡәҙимге тормош менән йөшәй башлаясаҡ. Мәҫәлән, беренсе төркөм 15 июлдә икенсеһе 20 июлдә ғаиләләренә әйләнеп ҡайтасаҡ.

Уларҙың һаулығын артабан да табиптар күҙәтеп торасаҡ. Ғалимдар раҫлауынса, яңы вакцинаның хәүефһеҙлеге ғилми йәһәттән раҫланған, сөнки яңы препараттың составында коронавирус юҡ. Һүҙ яһалма юл менән барлыҡҡа килгән ҡатнашма хаҡында бара.
Рәсәйҙә әлегә коронавирусҡа ҡаршы препаратты файҙаланыу ирекле һанала, ә бына табиптарҙы вакциналауҙы мотлаҡ итеү хаҡында һөйләшеүҙәр бара. Иң мөһиме шул – хәүефһеҙлеге тәьмин ителгән һәм уңышлы һынау үткән дауа бар.
Читайте нас: