Республика Башлығының ошо ял төрөнә иғтибар итеүе кешеләрҙең буш ваҡытын файҙалы ойоштороу, хеҙмәтләндереүҙе үҫтереү йәһәтенән эшҡыуарлыҡты күтәрер, тип көтөлә. Эҫе көндәрҙә саф һыулы Ағиҙелдә күңелле итеп ағып төшөү үҙе ни тора! Ә беҙҙән нимә талап ителә һуң? Беҙгә Ағиҙелдең ике яғында ял итеүселәрҙе ҡаршы алып, иң тәүге сиратта тәбиғәтте һаҡлауҙы тәьмин итеп, ҡунаҡтарыбыҙы хеҙмәтләндереү бурысы тора. Бының өсөн күп кәрәкме? Әлбиттә, сувенирҙар, әлбиттә, туҡланыу, төнгөлөккә туҡталғанда буш ваҡыттарын үткәреүҙе тәьмин итеү.