Йоғошло сир эпидемияһы Рәсәй граждандары араһында хеҙмәт вазифаларын, эшен алыҫтан тороп башҡарыусыларҙың айырым бер категорияһын барлыҡҡа килтерҙе. Бына ҡайҙа хөрриәт! Иртән уянып, битеңде лә йыуып тормайынса тәпешкәңде кейеп алһаң һәм компьютерыңды эшкә ҡушһаң, һин хеҙмәттә һаналаһың. Бының өсөн хатта һиңә элекке һымаҡ аҡса ла түләйәсәктәр. Хеҙмәткәр өсөн уның өҫтөнлөктәре һанап бөткөһөҙ. Иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем итәк йәки салбар туҙҙырыу мотлаҡ түгел, транспорт сығымдары бөтөнләй юҡ. Төшкө ашты өйҙә ҡабул иткәс, тимәк, ашау сығымдары ла янға ҡала. Ҡатын-ҡыҙ өсөн таңдан тороп биҙәнеү, көн һайын яңы кейем барлыуҙың мотлаҡ түгеллеге үҙе ни тора! Мәктәп йәшендәге балаларығыҙҙы ҡарап, тәрбиәләп, дәрестәрен әҙерләп ебәреү мәшәҡәте, әлбиттә, ҡайһы бер ауырлыҡтар уятыуы бик мөмкин. Былар – өҫтөнлөктәр.
Ә һеҙ эшләгән фирма йәки ойошма эш урынындары арендалау, бүлмәгеҙҙе йылытыу, өҫтәлегеҙҙе яҡтыртыу, иҙәнегеҙҙе йыуыу һымаҡ һәм башҡа сығымдарҙан азат. Улай ғына ла түгел, һеҙ өйөгөҙҙә компьютютер файҙаланған өсөн, тимәк, электр энергияһы өсөн сығымдар өсөн һеҙгә компенсация түләргә бурыслы икән.
Ә һеҙҙең ойошма төп бурыстарығыҙҙы теүәл үтәү хаҡында беләме һуң? Бәлки һеҙ мөһим мәсьәләләр хәл итәһе урынға күңел асыу үҙәгендә йәки бөтөнләй икенсе ҡалала йөрөп ятаһығыҙ һәм әҙәм ышанырлыҡ отчеттар менән ҡыуандыраһығыҙҙыр. Бының өсөн хәҙерге телефондарҙың геолокация тигән хеҙмәте сик ҡуйыр, әлбиттә, ләкин Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт министрлығының яңы Кодексын әҙерләүселәр алыҫтан тороп эшләүселәрҙең ҡайҙа һәм нисек эшләүҙәрен контролдә тотоу артыҡ кәртә, тип иҫәпләй. Иң мөһиме, бесәй – сысҡан тоторға, ә хеҙмәткәр эшләргә һәм табыш килтерергә тейеш. Шулай уҡ хеҙмәткәр тарафынан шәхси техниканы һәм ҡорамалды файҙаланған өсөн түләү мәсьәләһе лә ҡаралмаҡсы. Һәм был закондың 2020 йылдың аҙағына тиклем ҡабул ителеүе лә бик ихтимал.
Шулай итеп, алда беҙҙе бик күңелле һәм ҡыҙыҡлы тормош көтә. Эшкә бараһы юҡ, хатта эшкә һуңлайым, тигән һүҙ ҙә үҙенең әһәмиәтен юғалтасаҡ. Ә ул һеҙгә оҡшармы икән?