+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июль 2020, 10:35

ТАҒЫ ЛА БЕР ТАРИХИ МӨМКИНЛЕК. ТИК БЕҘ УНЫ ФАЙҘАЛАНА АЛЫРБЫҘМЫ?

Рәсәй Хөкүмәтенең Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса советы ултырышында Президент Владимир Путин ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Ултырышта Владимир Путин: “Бөгөн Рәсәй властарының торлаҡ төҙөлөшөн хәл итеүҙә бығаса күрелмәгән өмөтө бар”, – тип билдәләне. Президент фекеренсә, бындай мөмкинлек ил тарихында беренсе тапҡыр күҙәтелә. Уңайлы мәлде ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Уның буйынса ныҡышмалы эшләргә кәрәк. Торлаҡ мәсьәләһе – һәр Рәсәй ғаиләһе өсөн әҙәмсә йәшәүҙең төп шарты.

Рәсәй Хөкүмәтенең Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса советы ултырышында Президент Владимир Путин ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
Ултырышта Владимир Путин: “Бөгөн Рәсәй властарының торлаҡ төҙөлөшөн хәл итеүҙә бығаса күрелмәгән өмөтө бар”, – тип билдәләне. Президент фекеренсә, бындай мөмкинлек ил тарихында беренсе тапҡыр күҙәтелә. Уңайлы мәлде ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Уның буйынса ныҡышмалы эшләргә кәрәк. Торлаҡ мәсьәләһе – һәр Рәсәй ғаиләһе өсөн әҙәмсә йәшәүҙең төп шарты.
Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллинға торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә айырым иғтибар бүлергә ҡушты. Президент Хөкүмәткә торлаҡ мәсьәләһен хәл иткәндә ҡыйыуыраҡ маҡсаттар ҡуйырға күрһәтмә бирҙе. Хөкүмәт, мәҫәлән, 2026 йылға тиклем Рәсәйҙә 5 миллиондан ашыу ғаиләнең яңы торлаҡлы булыуы мөмкин, тип иҫәпләй. Хөкүмәт 2026-2027 йылдарҙа һәр йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөрлөк план бар һәм ул үтәлерлек, тип иҫәпләй.
Торлаҡ төҙөлөшөндәге тарихи маҡсат тормошҡа ашырылырлыҡмы? Эйе, тип иҫәпләй эксперттар. Ипотека буйынса ставкалар түбәнәйҙе, төҙөүселәр яңы шарттарға яраҡлаша, закондар бар, дәүләт ярҙам итә. Мәҫәлән, шул уҡ 6,5 процентлыҡ ипотека, башҡа илдәр менән сағыштырғанда, күберәк тойолһа ла, әле Рәсәй тарихында беренсе тапҡыр билдәләнә. Әлбиттә, пандемия шарттарында халыҡтың килемдәре кәмей, ләкин бөгөн Хөкүмәттә эшселәргә ярҙамдың башҡа шарттары ла ҡарала. Шулай итеп, элекке аҡсаға ғына ҡоролған, йәки монетар сәйәсәт тарихта ҡалды, хәҙер кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу, килемдәрен арттырыу тураһында күберәк иң юғары трибуналарҙан һөйләй башланылар.
Башҡортостанда киләсәктә ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙарға һәм өлкән йәштәгеләргә ярҙам йөҙөнән өс төбәк проектын тормошҡа ашырыу буйынса Федераль ҡаҙна иҫәбенә 10 миллиард һум аҡса тотонасаҡтар. Бынан тыш Башҡортостан райондарында һәм ҡалаларында йыл аҙағына тиклем 390 урынлыҡ 24 балалар баҡсаһы сафҡа инәсәк.
Читайте нас: