Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, коронавирус таралыуға бәйле, Юғары кимәлдәге әҙерлек хаҡындағы Указының ҡайһы бер өлөштәрен яңынан ҡарау хаҡында Указына ҡул ҡуйҙы. Алдан әйтелеүенсә, һауыҡтырыу профилакторийҙары, балалар һауыҡтырыу лагерҙары, мәктәп эргәһендәге көндөҙгө лагерҙар бөгөн түгел, ике аҙнаға һуңлап асыла. БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы брифинг, матбуғат конференциялары элек шишәмбе һәм кесейома үткәрелһә, хәҙер һәр аҙна шишәмбе генә ойошторола.