+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июль 2020, 12:03

КӨНДӨҢ АЯУҺЫҘ ЭҪЕЛЕГЕ ӨСӨН ҒӘЙЕПЛЕЛӘР ҮҘҘӘРЕН ФАШЛАНЫ. ТОРМОШТА ЛА, ТӘБИҒӘТТӘ ЛӘ БЕР НӘМӘ ЛӘ ОСРАҠЛЫ БУЛМАЙ.

Кемдер уңайһыҙлыҡтарҙы тормошҡа ашырырға һәм кешеләрҙең файҙаланыуы өсөн яуап бирергә бурыслы. Әгәр мәсьәләнең айышына төшөнөп ҡараһаң, бөгөн шул хәл күҙәтелә: күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙе ресурстар менән тәьмин итеүсе ҡайһы бер идарасы компаниялар көндәрҙең аяуһыҙ эҫе тороуын үҙҙәренең хеҙмәте итеп күрһәтергә теләй һәм бының өсөн граждандарҙан аҡса түләттерергә самалай.

Башҡаса быны нисек аңлатырға, сөнки июнь айы өсөн түләүҙәр графаһында 2-3 меңдән алып 5-6 мең һумға тиклем һандар тәбиғәт хозурлығын түгел, күңелдәрҙең күтәренкелеген дә боҙоп ҡуя.
Үҙебеҙҙән сығып әйтәбеҙ, беҙ – күндәм һәм тыңлаусан халыҡ. Хатта был суммаларҙы кассаларға алып барып түләүселәр ҙә бар икән.
Хәҙер идарасы компаниялар быны төрлө юлдар менән аңлата. Йәнәһе, техник хата, элекке бурыстар, бурыс булмаһа, киләсәктә ҡулланыу өсөн аванстар, һ.б. һ.б.
Әлегә күпселек һыу буйҙарында эҫенән ҡотолорға һәм үҙҙәрен һаҡлап ҡалырға тырыша. Түләү өсөн иҫәптәрҙе яһыусылар һәм суммаларҙы билдәләүселәр был хаҡта уйламай, мөмкинлектән файҙаланып, аҡса һуғып ҡалырға тырыша. Бәлки беҙгә лә уларҙан өлгө алырға, ифрат эҫе ҡояш өсөн үҙҙәрен яуаплылыҡҡа тарттырырға һәм, зыянды ҡаплатыу маҡсатында, аҡсалата талаптар ҡуйырға кәрәктер.
Әлеге хәлде көлкөгә һабаштырырға ла булыр ине, әгәр идарасы компаниялар һәм ресурстар бүлеүсе ойошмаларға йылылыҡ һәм йылы һыу өсөн түләүҙәр электән ғәҙел ойошторолһа. Элек, мәҫәлән, нисек ойошторолдо? Ҡыш ҡына фатирҙарҙы йылытһалар ҙа, бының өсөн йыл буйы түләттеләр. Ә йәйге осор урлашыуҙар һәм халыҡты алдау өсөн иң отошло осор, компаниялар өсөн күпме кәрәк, шул тиклем яҙырға, йәғни халыҡты алдарға форсат күбәйә. Ә хәҙер был мөмкинлекте яптылар. Күпме йылытаһың, шул хәтле түләйһең.
Читайте нас: