+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июль 2020, 12:00

КЕМДӘР ИҢ ТӘҮҘА ВАКЦИНА ҠАБУЛ ИТӘСӘК?

Рәсәйҙең Бурденко исемендәге госпителендә һәм Сеченов университетында коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны һынау тамамланды. Вакцина ҡабул иткән хәрбиҙәрҙең һуңғы төркөмө имен-аман сыҡты һәм артабанғы бурыстарҙы үтәргә әҙер. Улар әле лә дауахана менән бәйләнеше өҙмәй, табиптарҙың даими күҙәтеүендә буласаҡ.

Сит ил мәғлүмәт саралары белдереүенсә, Рәсәй ғалимдары ҙур фәнни уңышҡа өлгәшкән һәм был йәһәттән күпкә алға киткән. Хатта был хаҡта Рәсәй ғалимдары етештергән вакцина һәм дауалау саралары бер нисә ай элек үҙен уңышлы күрһәткән, тигән мәғлүмәттәр ҙә бар.
Нисек кенә булмаһын, беҙҙең яҙмыш хәҙер вакцинаны һынаусылар һәм уны етештереүгә ебәреүселәр ҡулында. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығында оҙаҡламай кемдәрҙе вакцинациялау тураһында ҡарар ҡабул ителергә тейеш. Иң беренсе булып һаҡлау саралары менән тәьмин ителеүселәр араһында табиптарҙың булыуы шикләндермәй. Сөнки улар йоғошло сиргә ҡаршы көрәштең иң алғы һыһығында һәм тап улар үҙҙәренең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.
Читайте нас: