Башҡортостанда көн һайын 40-50 кеше йоғошло сир менән теркәлһә лә, хәҙер урамдарҙа битлек кейгәндәр бик һирәк күренә. БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы халыҡты иҫкәртә: һаҡланыу сараларын теүәл үтәгәндәр, битлек кейгәндәр, бирсәткә ҡулланғандар сирләмәйәсәк.
Әлегә Башҡортостанда коронавирус менән сирләүселәр һаны 6386 кешегә еткән. Географияға килгәндә, иң күп сирлеләр Өфө ҡалаһында – 2354 кеше. Шулай уҡ Нефтекамала – 499, Бәләбәйҙә – 287, Стәрлетамаҡта – 278, Туймазыла 275 сирле иҫәпләнә.