+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль 2020, 14:03

ЯНҒЫНДАР МЕНӘН КӨРӘШ ДАУАМ ИТӘ.

Әлегә янғындарҙың күбеһе Бөрйән районында теркәлгән. Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында урман янғыны менән һүндереүселәр көрәште дауам итә. Йөҙҙәрсә ҡотҡарыусы аҙнаға яҡын ҡурсаулыҡта 2000 гектарҙа таралған янғынды һүндереүгә өлгәште. Был төпкөлдә ауылдар юҡ, тип әйтерлек, шуға күрә кешеләргә ҡурҡыныс янамай. Кисә-бөгөн “Нөгөш” урмансылығында 20 гектар самаһы майҙан яна. Бөгөн уларға ирекмәндәр ярҙамға киләсәк һәм ут менән көрәш дауам итә.

Әүжән урман хужалығында тоҡанған ут эргәһенә барып етеүе ҡыйын, тиҙәр ҡотҡарыусылар.
Янғын менән көрәшкә ирекмәндәр ҡушылды, уларға урындағы эшҡыуарҙар ҙа ярҙам итә.
Халыҡ оҙаҡламай ҡойма ямғырҙар башланыр, утты һүндерергә ярҙам итер, тиһә лә, әлегә тәбиғәт ярҙамына өмөт юҡ.
Читайте нас: