+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июль 2020, 12:10

КӘҢӘШЛӘШЕП ЭШЛӘҮ ФАЙҘАЛЫ.

Республика Башлығы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау министрлығы, ғалимдар, республиканың эре медицина учреждениеларының баш табиптары ҡатнашлығында тармаҡ проблемаларын ҡарауға һәм хәл итеүгә арналған кәңәшмә үткәрҙе.

Республикала дөйөм хәл еңелдән түгел, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Йоғошло сирҙең таралыуы һәм ауырыуҙарҙы дауалау һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса беҙҙең пландарҙы үҙргәртергә мәжбүр итте. Блөгөн беҙ бергәләп төбәк халҡының һаулығын һаҡлау һәм тармаҡты үҫтереү буйынса кәңәшләшергә тейешбеҙ.
Республика Башлығы билдәләүенсә, йоғошло сир менән көрәш һаулыҡ һаҡлау тармағын яҡшыртыуға һәм яңыртыуға этәргес булып тора. Был көрәштән республика һаулыҡ һаҡлау тармағы нығыраҡ һәм замансараҡ булып сығырға тейеш.
Сығыш яһаусылар республика һаулыҡ һаҡлау системаһының үҫеше, хәл итәһе проблемалар хаҡында фекер алышты. Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, коронавирус менән көрәш дәуам итә, киләсәктә лә һаҡланыу сараларын ҡулланыуҙы дауам итергә, тармаҡтың матди-техник базаһын нығытырға кәрәк.
Читайте нас: