+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июль 2020, 12:08

РӘСӘЙ ХӨКҮМӘТЕ ҮҘЕБЕҘҘӘ ЯЛ ИТЕРГӘ САҠЫРА.

Рәсәй Хөкүмәте, эске туризмды дәртләндереү маҡсатында, Рәсәй ял итеүселәренең сығымдарын ҡаплау өсөн ҡаҙнанан 15 миллиард һум аҡса бүлде. Быны бик ваҡытлы аҙым, тип баһаларға нигеҙ бар. Сөнки, йоғошло сир таралыу менән бәйле, Ватан туриндустрияһы һәм ял итергә теләүселәр билдәле ауырлыҡтар кисерә. Рәсәйҙә ял итергә теләүселәрҙең сығымдары 75 мең һумдан артҡан осраҡта Рәсәй ял итеүселәренә 15 мең һумға тиклем аҡсаны кире ҡайтарып бирәсәк.

Эксперттар билдәләүенсә, был бик ваҡытлы сара. Рәсәйҙә ял итергә теләүселәр өсөн был дәртләндереү сараһы бик файҙалы булмаҡсы. Сөнки йоғошло сир, халыҡтың ҡайҙа ял итергә барырға белмәй аптыраныуы ял итеү учреждениеларын бик ауыр хәлгә ҡуйҙы. Әлеге финанс ярҙамы халыҡты Рәсәйҙә ял итергә дәртләндерәсәк, тигән фараз бар.
Читайте нас: