+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль 2020, 12:38

ХАЛЫҠ ПРИВИВКА БАШЛАНҒАНЫН КӨТӘ.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Башҡортостанда коронавирус” темаһына онлайн матбуғат конференцияһы үткәрҙе.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Башҡортостанда коронавирус” темаһына онлайн матбуғат конференцияһы үткәрҙе.
Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, хәл тотороҡло, йоғошло сирҙе еңеү, халыҡтың һаулығын һаҡлау өсөн барыһы ла эшләнә. Бөгөн халыҡтың һаулығын һаҡлау өсөн яуаплыларға йоғошло сиргә ҡаршы көрәш тураһында ғына түгел, яңы препараттар, кадрҙар мәсьәләһе тураһында ла уйларға тура килә. БДМУ ректоры Валентин Павлов билдәләүенсә, Рәсәй фармакологияһы сирҙе еңеү өсөн өр-яңы Ватан вакцинаһы һәм дарыуҙары етештерә. Ике институтта уңышлы һынау үткән препаратты теркәү эштәре бара.
Күптәрҙе вакцинациняның кемдәрҙән башланыуы ҡыҙыҡһындыра.
– Сентябрҙә дөйөм вакцинация башланасаҡ. Иң тәүҙә был сара менән табиптар һәм уҡытыусылар солғап алынасаҡ, тип фараз ителә. Вирус менән сирләүселәрҙең иммунитетҡа эйә булыуы, бынан тыш халыҡтың 30 процентының вакцинация үтеүе көҙ һәм яҙ айҙарын тыныс үтергә мөмкинлек бирәсәк, – тине профессор Валентин Павлов.
Роспотребнадзорҙан белдереүҙәренсә, хәҙер күпселек прививкаларҙың өҫтөнлөгөн күрҙе, өгөтләүгә мохтажлыҡ булмаясаҡ. Шуға күрә халыҡтың яртыһы, тип әйтерлек, киҙеүҙән (грипптан) прививка үтәсәк.
Һаулыҡ һаҡлау министры Ирина Кононова әйтеүенсә, быйыл халыҡтың өс төрлө вакцинация үтеүе планлаштырыла: коронавирус, грипп һәм пневмококк сирҙәренә ҡаршы прививкалар яһау үткән йылдарҙа үҙен аҡланы.
Читайте нас: