-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль 2020, 12:31

ВЛАДИМИР ПУТИН ДОНАЛЬД ТРАМП МЕНӘН ТЕЛЕФОН АША ҺӨЙЛӘШТЕ.

Бөгәсә АҠШ яғы тәҡдиме менән АҠШ һәм Рәсәй президенттары үҙ-ара телефон аша һөйләште. Ике яҡлы һөйләшеүҙә донъялағы проблемалар күтәрелде. Уларҙың иң беренсеһе – коронавирус һымаҡ йоғошло сирҙең таралыу ҡурҡынысы. Рәсәй һәм АҠШ яғын Ер шарында ҡыҙыу ҡоралланыуҙың дауам ителеүе борсой һәм ике дәүләттең башлыҡтары ошо мәсьәләне артабанғы һөйләшеүҙәрҙә яңынан ҡарарға әҙер.

Дональд Трамптың халыҡ-ара аренала үҙен күрһәтергә ынтылыуы, сәйәси технологтар билдәләүенсә, быйыл ноябрҙә үтәсәк президент һайлауҙары көрәше менән бәйле. Дональд Трамп донъя сәйәсәтенә ныҡлап йоғонто яһай алмай. Уның иң көслө көндәше, демократ Джо Байден Трампты йомшаҡлыҡта ғәйепләй. Һайлау алды рейтингы ла Дональд Трамп файҙаһына түгел. Байден, һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 15 процентҡа күберәк тауыш йыя.
Өҫтәүенә, АҠШ менән Ҡытай мөнәсәбәттәре киҫкенләште. Быларҙың береһе лә Трамп файҙаһына түгел. Хатта яҡын арала Трамп, АҠШ-тың тышҡы сәйәсәтен нығытыу маҡсатында, Европа һәм Азия илдәре буйлап сәфәр ойоштороуы ла бик ихтимал.
Читайте нас: