+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июль 2020, 12:35

ЗЕЛЕНСКИЙ ПУТИНҒА ШЫЛТЫРАТЫРҒА БУЛҒАН.

Кремлдә был шылтыратыуҙы күптән көтәләр ине. Дөрөҫөн әйткәндә, Украинаның хәҙерге етәкселеге Донбастағы хәлдәр һәм иң мөһиме, Минск килешеүҙәре (Рәсәй, Франция, Германия, Украина) менән бик үк хәбәрҙар түгеллеген күрһәтеп өлгөрҙө. Күптән түгел Украинаның Юғары Радаһы Донбаста һайлауҙар үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, был ҡарар Минск килешеүҙәренә ҡаршы килә.

Ике яҡлы һөйләшеүҙә Киев һәм Донбасс араһында ҡулға алынған кешеләрҙе азат итеү йәки улар менән алышыу тураһында һүҙ булды.
Эксперттар билдәләүенсә, Зеленскийҙың сәйәсәте Украинала бик үк хуплау тапмай. Уны йомшаҡлыҡта ғәйепләүселәр ҙә бар. Украина президентының Владимир Путинға шылтыратыуы дүртәүҙең саммитын ойошотороу маҡсатында булыуы бик ихтимал. Ә Рәсәй Донбаста тыныслыҡ яҡлы эҙмә-эҙлекле аҙымдар яһай һәм һөҙөмтәле булмаһа, дүртәүҙең осрашыуының файҙаһы аҙ, тип билдәләй.
Читайте нас: