-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июль 2020, 12:51

“ИРЕМДЕ КИРЕ ҠАЙТАРҺАҢ ИНЕ”. Хикәйә.

Рәсимә иртүк торҙо. Тиҙ генә һыйырҙарын һауып, көтөүгә ҡыуҙы һәм һөтөн йылытырға ултыртты, тиҙ генә ҡаймағын айырта һалып, һыуытҡысҡа ҡуйҙы ла, иренең апаһы Кәримә йәшәгән йортҡа ыңғайланы. Рәсимә килеп инеү менән, Кәримә һиҫкәнеп уға ҡараны һәм, һеҙҙең менән ни эшләргә инде, тигән ҡиәфәт менән ултырғысына ҡоланы. – Тағы ламы? – тип һораны. – Эйе шул, апай, – тип уфтанды Рәсимә. – Тағы ла, апай. – Нисә көн булды? – Өс көн инде. – Өс төн? Ужас! Өс төн! Нисек түҙеп ятаһың? Рәсимә илап ебәрергә итте лә тәрән итеп тын алды һәм ирендәрен тешләне. – Һуң, апай, һине борсомайым, – тигәйнем. – Борсомайым, тигәйнем. – Апаһы үсекләне. – Шунда уҡ килергә кәрәк ине. – Һуң, бына, килдем бит, – тип мөңгөрләне Рәсимә. – Апай, әллә һуңланыммы?

Рәсимә иртүк торҙо. Тиҙ генә һыйырҙарын һауып, көтөүгә ҡыуҙы һәм һөтөн йылытырға ултыртты, тиҙ генә ҡаймағын айырта һалып, һыуытҡысҡа ҡуйҙы ла, иренең апаһы Кәримә йәшәгән йортҡа ыңғайланы. Рәсимә килеп инеү менән, Кәримә һиҫкәнеп уға ҡараны һәм, һеҙҙең менән ни эшләргә инде, тигән ҡиәфәт менән ултырғысына ҡоланы.
– Тағы ламы? – тип һораны.
– Эйе шул, апай, – тип уфтанды Рәсимә. – Тағы ла, апай.
– Нисә көн булды?
– Өс көн инде.
– Өс төн? Ужас! Өс төн! Нисек түҙеп ятаһың?
Рәсимә илап ебәрергә итте лә тәрән итеп тын алды һәм ирендәрен тешләне.
– Һуң, апай, һине борсомайым, – тигәйнем.
– Борсомайым, тигәйнем. – Апаһы үсекләне. – Шунда уҡ килергә кәрәк ине.
– Һуң, бына, килдем бит, – тип мөңгөрләне Рәсимә. – Апай, әллә һуңланыммы?
– Һуңлауын бик һуңламаның да ул, – тип һуҙылды Кәримә. – Уларҙы ни, бер айҙан һуң да, бер йылдан һуң да ҡайтарып була.
– Уф, апай, булырмы икән?
– Булыр, тиһәң, булыр, булмай, тиһәң, булмаҫ.
– Ни эшләп кенә ҡарайым икән, апай, әйт инде.
– Шуны онотма, килен, беҙ хоҡуҡи дәүләт төҙөйбөҙ. Закон һинең ҡулда. Никах уҡыттыңмы? Уҡытығыҙ. ЗАГС-ҡа барҙығыҙмы? Барҙығыҙ. Тоғролоҡҡа анттар итештегеҙме? Итештегеҙ. Так что, әллә ҡайҙа китә алмаҫ.
– Әтеү, ЗАГС ҡағыҙымды һалып алайыммы?
– Әлбиттә, килен, әлбиттә. Һорап тораһың тағы. Ошо ҡағыҙҙы онотманыңмы, тип алып бар ҙа, күҙенә төрт.
– Уф, апай, белмәйем, белмәйем.
– Белмәһәң, ултырып ҡалаһың инде. Законлы иреңде һалдырып аласаҡтар. Эргәңдә ятҡанда тартып алып китәсәктәр. Әле һуң түгел.
– Балаларҙы ла эйәртеп алайыммы?
– Һин нимә, балаларыңды йәлләмәйһеңме? Улар һуңыраҡ та кәрәк булыр. Әлегә закон менән генә эш ит.
– Эй, ул законы ғына ярҙам итһә.
– Ә башҡа ҡоралың бармы?
– Апай, әллә берәй таяҡ тотоп барайыммы?
– Таяҡ? Уныһы нимәгә тағы? Хәйер, артыҡ булмаҫ. Аяғымды ҡаймыҡтырҙым, бына таяҡҡа ҡалдым, тип әйтһәң дә була. Ваҡыт-ваҡыт болғап ал. Тик ипләп... Имгәтеп ҡуйма.
Рәсимә һаман икеләнә ине әле.
– Участковыйға әйтеп торайыммы икән?
– Уның ғына файҙаһы инде. Шулай ҙа, иҫкәртеп үт, ауылда нимә булғанын белеп торһон.
Рәсимә ныҡ аҙымдар менән өйөнә атланы, иң тәүҙә никах таныҡлығын эләктерҙе, мунсаға тип әҙерләнгән утын араһынан тос ҡына бер күҫәк һайлап алды һәм бер аяғына сатанлағандай итеп, учасковый йәшәгән өйгә инеп китте һәм уға барыһын да һөйләп бирҙе.
– Үҙең ҡара, – тине Рәсих участковый ҡатындың күҫәгенә күҙ ташлап. – Эште ҙурға ебәрмә тағы.
– Война план покажет, – тигән булды ҡатын күҫәген иҙәнгә тыҡылдатып.
Рәсимә полицияның да уның яҡлы икәнлеген тойғас, оторо дәртләнеп китте һәм күҫәген асфальтҡа тыҡылдатып, сатанлауын да онотоп, алға атланы.
Участковый, кәрәк булмағайны, тип, “Тиҙ ярҙам” станцияһына шылтратырға тотондо һәм пистолетын сығарып һалды.
Зифа был ваҡытта телефонын ҡулына ғына алғайны, күҙ алдынан, һелкетә баҫып, Рәсимәнең үтеп барғанын күрҙе. Зифа Зәйнәпкә шылтыратты.
– Зәйнәп, Зәйнәп! – тине Зифа аһылдап. – Рәсимә Сәриәнең ҡапҡаһын шаҡып тора, ҡулында күҫәге бар!
– Төшөрөп ал, төшөрөп ал, эксклюзив булыр, – тине Зәйнәп. – Социаль селтәрҙәрҙә тура эфирға ҡуйырһың. Тиҙ бул, ҡаймағым әсей, баҙарға йыйына инем.
***
Ә был ваҡытта Сәриә менән Рәйес түшәктән тороп өлгөрмәгәйне әле. Тышҡы ҡапҡаны шаҡығандары, бәләкәйенең асылғаны ишетелде. Сәриә ҡараны ла, тәгәрәп китә яҙҙы.
– Килә, килә, ана килә, – тип бүлмә буйлап тыпырсынып йүгерә башланы.
– Кем килә унда? – тине ир.
– Һинең ҡатының килә. Рәсимә.
– Килһен, нисек килеп инһә, шулай сығып китер.
– Ҡәҙерлем, һин мине яҡларһыңмы? – тине ҡатын йыш-йыш тын алып.
– Әлбиттә! Һорап тораһың тағы. Ҡайҙа минең салбар?
– Һинең салбарың юҡ ине, һин шәрты менән килдең.
– Күлдәк ҡайҙа?
– Бына футболкаң.
– Бәй, мин һиңә килгәндә ярым шәрә инемме ни? Әйт, бында керһен.
Тышта Рәсимәнең нығыраҡ туҡылдағаны ишетелде.
– Асығыҙ! Юғиһә...
Участковый Рәсих, сос ҡолаҡтары тауышты ишетеү менән, ҡалтыранған бармаҡтары тиҙ ярҙам һандарын йыя башланы.
Ул арала булмай, Рәсимә килеп инде һәм күҫәген иҙәнгә шаҡылдатып, Сәриәгә ҡарап:
– Мин һеҙгә ҡамасауламаныммы? – тип һораны.
– Юҡ, юҡ, – тип өтәләнде хужабикә. – Һеҙ ифрат ваҡытында килдегеҙ.
– Ҡайҙа минең ир? – тип һораны Рәсимә бүлмәне байҡап.
Түшәктәге юрған һелкенеп ҡуйғандай булды.
– Ә, бында икән. Үҙең тораһыңмы, әллә ярҙам итәйемме?
Сәриә бер ултырҙы, бер торҙо, ҡурҡып күҫәккә ҡараны:
– Тор, һиңә килгәндәр! – тине.
Юрғандың бер мөйөшө яңынан һелкенде һәм унда Рәйестең башы күренде.
– Ә, һин икәнһең, – тине ул ҡалтыранып.
– Мине тыңлағыҙ! – тине Рәсимә. – Һин, йәғни, ир – минеке, беҙ хоҡуҡи дәүләт төҙөйбөҙ. Берәүҙең дә минең иремде тартып алырға хоҡуғы юҡ. Бына минең мандат, никах ҡағыҙы, – тине һәм иҙәнгә күҫәген шаҡылдатып ҡуйҙы.
– Шунан, – тип ир мығырҙаны. Күҙ алдында баяғы баһадирҙан бәләкәй генә малай тороп ҡалғайны.
– Туй үткәрҙекме, үткәрҙек. Ант иттеңме? Иттең, Тағы нимә әле?.. Ҡыҫҡаһы, мин һине берәүгә лә бирмәйем. Раяның күңелһеҙ йөрөй, Айзиләң, атай бөгөн дә ҡайтмаймы ни, тип һораны. Һине юҡһыналар.
Ошо урында ир:
– Уй, балаҡайҙарым! – тип ысын күҙ йәштәрен түгеп, илап ебәрҙе. – И-и-и..., балаҡайҙарым!
– Шулай булғас, бында ни эшләп ятаһың? – тине Рәсимәһе.
– Балаларҙы ниңә алып килмәнең? – тине Рәйес күҙ йәштәрен юрғанға һөртөп.
– Ҡайтырһың, күрерһең! Әйҙә, кейен, ҡайттыҡ.
– Шортигымды йыуырға һалған бит, – тине ир.
Ул арала булмай, Сәриә иҫенә килде:
– Әйҙәгеҙ, сәй эсеп алайыҡ! Ҡайһылай күңелле осрашыу булды! “Санта-Барбара” һымаҡ...
– Ауыҙ кипкәйне лә ул, – тип тынысланды Рәсимә. – Ҡой, булмаһа, берәрҙе.
Участковый ике-өс тапҡыр пистолетын таҙартып һалды, “Тиҙ ярҙам” машинаһы килгәс, көттө көттө лә, кире ҡайтып китте.
Зифаның телефонын тотоп, ҡулы ойоно, зарядкаһы бөтөп ҡуйҙы, Зәйнәптең ҡаймағы әсене. Тағы бер сәғәттән Рәйес менән Рәсимәнең күңелле итеп һөйләшеп, ҡайтып барғандары күренеп ҡалды.
Читайте нас в