Халыҡты ҡыуандырып эҫе көндәр аҙнаһының тағы ла башланыуы бик ихтимал. Халыҡ тәбиғәт ҡосағына ашыға, ит көйҙөрә, урта йәштәге ирҙәр араҡы эсеп ала һәм һыуға ташлана. Ә килеү менән һыуға сумып уйнаған балалар хаҡында берәү ҙә ҡайғыртмай. Ололар улар тураһында хәстәрлек күрмәй. Туҡтауһыҙ ит көйҙөрә һәм араҡы эсә.
Шуның һөҙөмтәһе – республикала быйыл ғына 200 яҡын кеше һыуға батып үлгән. Уларҙың күбеһе урта йәштәрҙәге хеҙмәткә яраҡлы ирҙәр. Үкенескә ҡаршы, балалар ҙа бар. Ә бына ҡатын-ҡыҙҙың аҙ батыуы ғәжәп тойолмай, сөнки улар тормошҡа бик яуаплы ҡарай һәм бик һаҡ. Ирҙәргә бер бәләкәй генә кәңәш ҡатындарығыҙҙан өлгө алығыҙ һәм оҙаҡ йәшәгеҙ.